Туғандарым кеүек21.03.2014
Уф, “Торпедо”ны еңдек. Тик ниндәй көс сарыф итеп! Ете матч уҙғарып, ете ҡат тир түгеп. Артабанғы раундтарға хәл етерме һуң? Бик икеле. Шулай ҙа күңелдә – йыр ғына.

“Са-ла-уат! Са-ла-уат!” Был ауаз йөрәккә шул тиклем яҡын. Командала уйнаған егеттәр хатта туғаның кеүек. Үҙеңдең балаңды йәки яҡыныңды эш боҙғанға әрләһәң дә, унан баш тарта алмайһың. Шулай “Салауат Юлаев” та минең өсөн ҡәҙерле, ғәзиз. Теләһәгеҙ, тәнҡитләгеҙ әйҙә. Ә мин уны, еңелһә лә, барыбер яратасаҡмын. Мин – көйәрмән.
Йә инде, бигерәк күңелем нескәреп китте түгелме? Беҙ әле көрәшәсәкбеҙ! Спортта алдан күҙаллап, хәл итеп ҡуйып булмай. Бына данлыҡлы чемпиондар “Аҡ Барыҫ” менән “Динамо” “мәжбүри ял”ға ебәрелдеме? Ебәрелде. Ә көсһөҙләндерелгән юлаевсылар кубокка табан барыуын дауам итә. “Торпедо”нан рәттән ике тапҡыр отолоп, йәнә ике осраҡта еңеп, тағы бер алға сығып, бер сигенеп, һуңғы осрашыуҙа 2:1 иҫәбенә булһа ла конференция ярымфиналына юлламаны йолҡоп тигәндәй алдылар.
Ә хәҙер ҡабаттан күҙҙәр янасаҡ, йөрәктәр сәмләнеп тибәсәк, берсә илап, берсә көләсәкбеҙ – Ҡаҙағстанда “Барыҫ”ҡа ҡаршы уйындар старт ала. Бөгөн-иртәгә улар Астанала уҙһа, 24-е һәм 25-е иһә хоккей байрамы Өфөгә әйләнеп ҡайтасаҡ. Көтәбеҙ!
Иғтибар итегеҙ: 21 март был илдә ял көнө булыу сәбәпле, тәүге осрашыу ваҡыты үҙгәртелде. Уйын киске сәғәт 7-лә түгел, ә 5-тә башлана.


Вернуться назад