Күп милләтле Рәсәй спортсылары бар донъяны таң ҡалдырҙы
Ниһайәт, алты йыл буйы көткән ХХII Ҡышҡы Олимпия, уның артынса ХI Ҡышҡы Паралимпия уйындары шаулап-гөрләп уҙып китте. Уларҙы асыу һәм ябыу тантаналарын һәр осраҡта “зәңгәр экран”дар аша бер юлы өсәр миллиард (барлығы ун ике миллиард) кеше ҡараны. Олимпиадала ҡатнашҡан — 88, Паралимпия уйындарында көс һынашҡан 45 илдең барлыҡ спортсылары һәм көйәрмәндәре, Рәсәйгә килгән бөтә ҡунаҡтар Сочи ҡалаһының әҙерлегенә юғары баһа бирҙе.
Ҡышҡы уйындар ысын мәғәнәһендә илебеҙ төбәктәрен генә түгел, донъя халыҡтарын да берләштереүсе ваҡиға булды. Әҙерлек осоронда Олимпия объекттарында үҙебеҙҙең төҙөүселәр менән бер рәттән төрлө илдәрҙән килгән меңәрләгән эшсе мәшғүл ине. Рәсәй үҙ иңендәге тормошҡа ашмаҫтай тойолған етди бурыстарҙы тулыһынса үтәп сыҡты: алты йыл эсендә Сочи ҡалаһы халыҡ-ара эксперттар юғары баһа бирерлек заманса ҡалаға әйләнде, барлыҡ мөһабәт объекттар, юҡтан бар ителеп, нигеҙенән төҙөлдө. Һәм барыһына ла өлгөрҙөк! Бының менән Рәсәй үҙ халҡы һәм бөтә донъя йәмәғәтселеге алдында ни тиклем ҙур ҡеүәткә эйә булыуын күрһәтте.
Улай ғына ла түгел, Сочиҙағы Уйындарҙа Рәсәй спортсылары Ер шарында иң көслө команда булыуын да иҫбатланы. Улар, Олимпия һәм Паралимпия ярыштарында бығаса илебеҙ тарихында булмағанса яуланған миҙалдар һаны буйынса иң алға сыҡты. Шулай итеп, илебеҙ донъя тарихындағы иң шәп Олимпиадаларҙың береһен үткәреүгә өлгәште. Күп милләтле Рәсәй был спорт ярыштарында юғары һөҙөмтә күрһәтеп кенә ҡалманы, ә бөтә планетаға беҙҙең тик тыныслыҡ, берҙәмлек яҡлы булыуыбыҙҙы, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты данлауыбыҙҙы аңғартты.
Сочи Олимпиадаһы һәм Паралимпиадаһы онотолғоһоҙ яҡты тәьҫораттары менән, һис шикһеҙ, быуындар хәтеренә уйылыр, уның матур һөҙөмтәләре донъя спорты тарихына айырым биттәр булып яҙылыр.
Флорида ИҪӘНБАЕВА,
«Башҡортостан»дың махсус хәбәрсеһе.
Нәсих Хәлисов коллажы.