Вәт, “алтын” йыя Роман!14.03.2014
Вәт, “алтын” йыя Роман! Тау саңғыһы “беҙҙең” спорт төрө түгел инде ул. Бында уңыш, ғәҙәттә, Австрия, Норвегия, Америка вәкилдәренә йылмая. Хәтерләүемсә, беҙҙең республиканан Светлана Гладышева ғына Олимпиаданың көмөш призеры булғайны...
Ә бына Паралимпиадала ҡатнашҡан Рәсәй спортсылары бер көндә ике алтын, бер бронза миҙал яуланы. Һөйөнмәҫлекме ни?! Тимәк, башҡаларға ла эйәрәһе өлгө бар. Юҡҡамы ни, биатлонсы Антон Шипулин үҙенең интервьюһында: “Бөгөн Сочиҙа сәмләнеп көс һынашҡан ихтыярлы кешеләр алдында баш эйәм, беҙгә уларҙан үрнәк алырға кәрәк”, – тимәне.
Биатлонсылар менән саңғысылар бер көн ял итеп, кисә тағы ярышты дауам итте. Роман Петушков бишенсе тапҡыр беренсе килде! Призлы урын яулағандар араһында Башҡортостандан Александр Давидович, Кирилл Михайлов та бар.
Вәт, “алтын” йыя Роман!


Вернуться назад