...Хәйбулла районы, Ивановка ауылы. Иртәнге сәғәт 10. Кемдер спорт кейемен барланы. Кемдер кубок, миҙалдарға “Бишбыуын бәйгеһе”, “I, II, III урын” тигән яҙыуҙарҙы хәстәрләне. Икенселәр бүләктәр бүлде, спортсыларға эҫе сәй, аш-һыу әҙерләү мәшәҡәттәренә сумды.
Эйе, барыһы ла әҙер, сөнки спортта, ғөмүмән, илке-һалҡылыҡ тәбрик ителмәй. Икенсенән, ойошҡанлыҡ, берҙәмлек мөһим. Шәп уйынды бөгөн тороп, бөгөн уҙғарып булмай. Уға йылдар дауамында туҡтауһыҙ күнекмәләр яһап, оһоллоҡто, таһыллыҡты үҫтереп, нығытып киләләр. Ошонда буй еткергән бөгөнгө ир-уҙамандарҙың хәтерләүҙәрен генә миҫалға килтерәм: “Кем волейбол уйнарға теләй, шул дәрес ҡалдырмай, сөнки ул сағында секцияға ла юл ябыла...” Икенсеһе шунда уҡ элеп ала: “Бәләкәй саҡта дәрестәрҙән һуң спорт залына инер өсөн иң тәүҙә мәктәп тирәләй ҙур ғына араны бер нисә ҡат әйләнеп йүгереп үтергә кәрәк булды”.
Волейболға ынтылыш. Ҡасан һәм кем арҡаһында барлыҡҡа килгән ул бында? Уҙған быуаттың 60-сы йылдар башында райондың Бүребай, Аҡъяр кеүек ҙур ауылдарында волейбол ныҡ үҫешә. Әленән-әле үткәрелеп килгән бәйгеләрҙә уларҙың командалары алдынғылыҡты бирмәй. Шул йылдарҙа Ивановка мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп ебәрелгән Геннадий Щекунцов тап Бүребайҙыҡы булып сыға. Уның менән бергә тиерлек участка табибы итеп тәғәйенләнгән Роберт Ғәлиев тә волейбол менән ҡыҙыҡһына. Улар ауыл йәштәре һәм уҡыусылары өсөн волейбол секцияһы ойоштора.
Секция гөрләп эшләп алып китә. Күпмелер ваҡыттан һуң район кимәлендә үткәрелгән ярыштарға алып барырлыҡ колхоздың үҙ йыйылма командаһы барлыҡҡа килә. Уларҙың башланғысын артабан да дауам итәләр.
Оҙаҡ йылдар физкультура дәрестәрен алып барған уҡытыусы Факил Торомтаев билдәләүенсә, волейбол – Ивановка мәктәбенең визит карточкаһы. Бында һәр уҡыусы уйнай белә. Ауыл, мәктәп – ярыштарҙа гел алдынғылыҡта. Бер нисә тапҡыр Көньяҡ Урал зонаһында үткәрелгән бәйгеләрҙә район йыйылма командаһы составында ла булды улар. Ауыл командалары араһындағы волейбол буйынса Башҡортостан беренселегендә лә финалға сыҡтылар.
Шуға ла был көндә Өфө, Гай, Магнитогорск, Сибай ҡалаларынан һәм башҡа төбәктәрҙән тыуған ауылдарына юл алған Ивановка егеттәрен аңларға була. Тағы ла бер тапҡыр йыйылып, танһыҡтары ҡанғансы туп уйнау мөмкинлеге көтә бит! Ул ғына ла түгел, осрашып аралашырға, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөргә лә ваҡыт буласаҡ...
Бынан бер нисә йыл элек кенә ауылдашыбыҙ, Башҡортостан радиоһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы хеҙмәткәре Закир Шәриповтың матур башланғысы менән ойошторолған “Бишбыуын бәйгеһе” тип аталған волейбол ярышы Ивановкала матур йолаға әүерелде.
Уйын көсөргәнешле, ғәҙел барҙы. Беренсе урынға “Ауыл йәштәре” командаһы сыҡты. Ике йыл рәттән беренселекте биләйҙәр, сөнки бындағы йәштәр көн һайын киске сәғәттәрен спорт залында үткәрә. Афарин! “Студенттар”ҙың икенсе урынға сығыуы ҡыуандырҙы: волейболдың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа, тимәк. “Утарбай”ҙарға өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде.
Гай ҡалаһының спорт мәктәбе директоры А. Сидоренков, Аҡъярҙан Р. Солтанов, Ивановканан Р. Карсанов бәйгенең иң шәп уйынсылары тип билдәләнде.
“Ветерандар” командаһында иһә ауылдың уҙған быуаттың 60-сы, 70-се, 80-се йылдарындағы көслө волейболсылары сығыш яһаны. Күбеһе инде ейән һөйгән, олоғайған, сәстәренә сал ҡунған был олпат ағайҙарҙың әле лә оҫта уйнауына һоҡландыҡ. Береһенән икенсеһенә еңел генә күскән тупты артыҡ сәбәләнеүһеҙ:
– Пас!..
– Тағы пас!..
– Һуҡ!.. – тигән ҡыҫҡа, аңлайышлы ауаздар оҙатты. Уларҙың сығышы, йәштәргә сәләмәт тормош өлгөһө булараҡ ҡиммәтле был бәйгелә....
Ауыл тормошонда матур күренешкә әйләнгән сара һүнмәһен, һүрелмәһен өсөн урындағы етәкселәрҙең быға иғтибары кәмемәүен теләге килә. Бындағы кеүек тиҫтәгә яҡын сәмле команда йыя алырлыҡ ауылдар бик һирәк ул.