Ышанырғамы, ышанмаҫҡамы?14.03.2014
Уттан алып һыуға һала был “Салауат Юлаев”... Уйынын ҡарайһың да күңелде һағыш баҫа: ҡайҙа беҙҙең элекке “йәшел машина”? Оҫталар китеп бөттөмө, ҡартайҙымы – белмәҫһең.

Плей-офта һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерҙәрме? Ышаныуы ла ауыр. Өфөлә юлаевсылар “Торпедо” хоккейсыларынан рәттән ике тапҡыр еңелгәс, бөтөнләй кәйеф төшкәйне. Түбәнге Новгородта ла отолһалар, хуш, кубок! Көйәрмән бәхете бар икән әле: беҙҙекеләр тәүге көндә Александр Степанов тырышлығы менән өсөнсө овертаймда булһа ла көс һынашыуға нөктә ҡуйһа, иртәгәһенә өс минутта өс гол керетеп, икенсе осорҙа уҡ уйынға һынылыш индерҙеләр. Иван Вишневский, Игорь Мирнов, Артурс Кулда бүләк итте был шатлыҡлы мәлдәрҙе. “Торпедо”ның ҡапҡаһын бығаса ышаныслы һаҡлаған Иван Касутиндың ҡаушауы ла ҡулай булды. Ә Егор Дубровскийҙың шайбаны беренсе булып ҡыуып етеп, буш ҡапҡаға йүнәлтә алыуы хужаларҙың һуңғы өмөтөн һүндерҙе. 4:2!
Бөгөн Өфөлә бишенсе осрашыу була. Һөжүм итеүселәребеҙ мәргәнлеген юғалтмағанмы? Йәрәхәт алғандары төҙәлеп, сафҡа баҫырмы? Ҡапҡасыбыҙ Андрей Василевский шулай уҡ ышаныслы уйнармы? Әҙ генә түҙһәк, күрербеҙ.


Вернуться назад