Төшкә лә инмәйҙер бындай уңыш: Паралимпиадала бер көндә – ун өс миҙал! Рәсәйҙән бәхетле биш “алтын” хужаһы араһында беҙҙең республиканан Кирилл Михайлов та бар. Саңғысыны еңеүе менән Президент Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
Был юлы 1 саҡрымға спринтта уҙыштылар. Аңлауығыҙса, бында бөтәһен дә юғары тиҙлек хәл итә. Сирекфиналда ла, ярымфиналда ла бар хәлеңсә сап та сап! Иң сыҙамлылар ғына һуңғы хәл иткес стартҡа сыға. Шуныһы һөйөнөслө: финалдағы ундай алты кеше иҫәбенә тик Рәсәй спортсылары инде.
Кирилл алда барған Рушан Миңлеғоловты уҙып китеп, финиш һыҙығын унан саҡ ҡына алдараҡ үтте. Ә бына Ирек Зарипов шундай уҡ уҙышта үҙенең категорияһында дүртенсе булды. Күңелде төшөрмәйек, яҡташыбыҙ тағы 10 километрға ярышасаҡ. Ә Кирилл йәнә ике тапҡыр биатлонда көсөн һынаясаҡ.