Ғорурланырға хаҡыбыҙ бар14.03.2014
Ғорурланырға хаҡыбыҙ бар Президент та, шишмәләр ҙә ҡотланы

Сочиҙағы Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың сығыштарын күҙәтеп: “Беҙҙең егеттәр бит улар!” тип ғорурланырға ла, баһабыҙҙы күтәрергә лә хаҡыбыҙ бар. Башҡортостан спортсылары миҙалдарҙың алтынын да, көмөшөн дә һәм бронзаһын да яулай. Афарин еңеүселәргә!

Уларҙы, һынатмаҫтарына ышанып, изге теләктәр менән оҙатҡайныҡ. Шөкөр, өмөтөбөҙҙө аҡланылар.
Рәсәй командаһына унынсы “алтын”ды йәш кенә яҡташыбыҙ килтерҙе — 12,5 километрға ярышта Азат Ҡарасурин Норвегия менән Канада спортсыларынан етеҙерәк тә, оҫтараҡ та булып сыҡты. Һөҙөмтәлә Шишмә районының Ҡалмаш ауылында тыуып үҫкән 18 йәшлек егет пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелде. Тотош Рәсәй көйәрмәндәрен шатландырҙы Башҡортостан спортсыһы. Ә республикабыҙ халҡы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, барыбыҙ ҙа ҙур ҡыуаныс кисерәбеҙ.
Алтын миҙал яулағандан һуң Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та Азатты, телефон аша бәйләнешкә инеп, еңеүе айҡанлы ихлас ҡотланы, Рәсәй командаһына башҡорт атлеттары килтергән тәүге алтын миҙал өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Егетебеҙ, әлбиттә, артабан да һынатмаясаҡ.
Азат Ҡарасурин Паралимпия уйындарында тәүге тапҡыр ҡатнаша, шуға ҡарамаҫтан, көслө ихтыярлы, сәмсел спортсы булыуын танытты. Биатлон буйынса ярыштарҙа тағы бер яҡташыбыҙҙың Башҡортостандың данын күтәреүенә, әлбиттә, ифрат шатбыҙ. Яҙмыш һынауҙарын ысын ит-егеттәрсә күтәргән спортсыбыҙҙың тыуған яғына шылтыратып, ауылдаштарының айырыуса ҡыуаныс кисереүен белдек.
— Биатлон буйынса ярышты ауылдың барлыҡ кешеһе ҡыҙыҡһынып ҡараны, тапшырыуҙы көтөп алдыҡ. “Азатыбыҙ еңә генә күрһен”, — тип һәр кем теләне. Бәләкәйҙән күҙ алдында үҫкән бала бит, уның яҙмышына беребеҙ ҙә битараф түгел. Азаттың алтын миҙал яулауын белгәндән һуң, йорттарынан кеше өҙөлмәне, һәр кем шатлығын уның яҡын кешеләре менән уртаҡлашырға ашыҡты.
Еңеү яулаған көндө кис шылтыратып, Азатты Шишмә районы халҡы исеменән ҡотланым. Ныҡышмаллығы, сәмселлеге, ҡара тырышлығы менән үҙен күрһәтә алды егетебеҙ. Ата-әсәһенә лә рәхмәт, яҙмыштың ҡаты һынауын лайыҡлы үтә белделәр, улдарында ихтыяр көсө тәрбиәләнеләр, — тине Йәрми ауыл хакимиәте башлығы Венера Ҡарасурина.
Ауырлыҡтар алдында теҙ сүкмәгән көслө ихтыярлы спортсыларыбыҙҙы тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ! Афарин, еңеүселәр!


Вернуться назад