Спорттың еңеле булмай, һәр төрҙөң үҙ нескәлектәре, ҡатмарлыҡтары бар. Ҡайһыһындалыр ҡатын-ҡыҙҙарҙы бөтөнләй күреп булмаһа, хәҙер был хәл үҙгәрҙе. Ауыр спортҡа ла күпләп нескә заттың килеүе күҙәтелә. Штанга күтәреү, пауэрлифтинг, хоккей, көрәш, бокс, самбо, дзюдо, каратэ күптән инде ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уртаҡ спорт төрҙәренә әйләнде.
Яңыраҡ Пермь крайының Березники ҡалаһында Волга буйы федераль округының ҡатын-ҡыҙ боксерҙары көс һынашты. Мордва, Татарстан, Башҡортостан республикаларынан, Ульяновск, Пенза, Һарытау, Түбәнге Новгород, Ырымбур өлкәләренән 200-гә яҡын спортсы йыйылғайны. Шулар араһында Баймаҡтың да ике ҡыҙы булыуы үҙе ни тора!
–Беҙ унда Башҡортостан йыйылма командаһы составында сығыш яһаныҡ. Тәүҙә Туймазыла республика буйынса һайлап алыу туры үтте. Икебеҙ ҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, командаға эләктек. Әлеге ярышта Башҡортостандың да, Баймаҡтың да данын арттырҙыҡ, миҙалдар менән ҡайттыҡ, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты ҡыҙҙар.
Миңзәлә үҙ ауырлығында 1-се урын алһа, Яҙгөл 3-сөгә сыҡҡан. Әле Миңзәлә март айында Түбәнге Тагилда уҙғарыласаҡ Рәсәй беренселегенә әҙерләнә. Яҡташыбыҙ, моғайын, унда ла һынатмаҫ, тип уйлайбыҙ.
“Ни өсөн мотлаҡ боксты һайланығыҙ?” – тигән һорауыма ҡыҙҙар бына нимә тип яуап бирҙе:
– Беҙ барлыҡ спорт секцияларын ҡарап, байҡап сыҡтыҡ. Күңелгә ятҡаны булманы. Шулай бер мәлдә бокс буйынса ниндәйҙер беренселекте күҙәтергә тура килде. Беҙгә ныҡ оҡшаны, секцияға яҙылдыҡ. 2009 йылдан башлап шөғөлләнәбеҙ. Көн дә үткән күнекмәләргә барыһы ла түҙә алмай. Килгән ҡыҙҙар күп булды, ауырлыҡтарға сыҙамайынса ташлап бөттөләр. Хәҙер икәү генә ҡалдыҡ. Ата-әсәләрҙең дә аңлауы кәрәк. Һәр кемдең ҡыҙын бокс түңәрәгенә биргеһе килмәй бит инде. Ул йәһәттән беҙҙекеләр ҡаршы булманы. Әле лә ярыштарға юлланғанда, фатихаларын биреп ҡалалар. Уларға рәхмәтлебеҙ. Юғары уңыштарға өлгәшеүебеҙҙә тренерҙарыбыҙ Алексей Евстигнеев менән Ғәйфулла Сариндың өлөшө ҙур. Беҙгә физик яҡтан ғына түгел, рухи, психологик яҡтан да көслө булыу талап ителә. Шуғалыр ҙа өйҙәге мөхиттең дә тәьҫире ҙур.
Миңзәлә менән Яҙгөл республика буйынса уҙғарылған бокс турнирҙарын ҡалдырмаҫҡа тырыша. Һәр рингка сығыу уларҙың таһыллығын арттыра ғына бара. Саҡырыу булғанда сит өлкәләргә лә юллана ҡыҙҙар. Мәҫәлән, былтыр Яҙгөл Ростов өлкәһенең Сальск ҡалаһында уңышлы сығыш яһап ҡайтты.