“Өфө-Арена”ның майҙаны киңәйҙе22.11.2011
Баш ҡалабыҙ тиҙҙән йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын, VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк. Ярыштарҙы юғары кимәлдә үткәреү маҡсатында ҙур әҙерлек эштәре бара. 20 ноябрҙә “Өфө-Арена” спорт комплексының икенсе сираты файҙаланыуға тапшырылыуы — ошоға бер дәлил.
“Өфө-Арена” — республикала иң ҙур спорт биналарының береһе. Әле асылған объект, уға төкәтмә булараҡ, 2010 йылдың майында һалына башлағайны. Төҙөлөшкә республика һәм Рәсәй ҡаҙнаһынан, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 562 миллион һум аҡса бүленгән. Биш ҡатлы бинала боҙ майҙаны, баскетбол, гандбол, волейбол күнекмәләре үткәреү өсөн зал, медик-һауыҡтырыу бүлмәләре, шулай уҡ 222 урынға иҫәпләнгән ике кимәлле туҡталҡа бар.
Спортсыларҙы тәбрикләргә килгән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яңы комплекстың республика өсөн ифрат мөһим, кәрәкле объект булыуын билдәләне, үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән атҡарып сыҡҡан төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе.
— Йәш хоккейсылар, фигурасылар яҡшы һөҙөмтәләр менән генә ҡыуандырыр, — тип ышаныс белдерҙе ул.
Артабан Рөстәм Зәки улы почетлы шайбаны сөйҙө һәм яңы ҡоролмала үткәрелгән тәүге ярышты — “Салауат Юлаев” хоккей клубының үҫмерҙәр командалары араһындағы матчты ҡараны.
Дилбәр ИШМОРАТОВА


Вернуться назад