Һынмаҫ рухлылар11.03.2014
Һынмаҫ рухлылар
Ғәрип кешегә көн итеүе лә ҡыйын, ә улар аяҡ-ҡулһыҙ 15–20 саҡрымға уҙыша йә тау түбәһенән елдәй етеҙ аҫҡа елә... Аптырайһың да, һоҡланаһың да. Афарин, рухтары, ихтыяр көстәре һынмаған икән!

Кемдәр тураһында әйтеүем аңлашылып торалыр – Сочиҙағы Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларҙы күҙ уңында тотам. Саңғы, биатлон, тау саңғыһы, керлинг, следж-хоккей буйынса көс һынаша улар.
Рәсәй йыйылма командаһы беренсе көндән үк алға ынтылды. Әлеге мәлгә спортсыларыбыҙ иҫәбендә алты алтын, туғыҙ көмөш, ете бронза – йәмғеһе 22 миҙал! Шуныһы һөйөнөслө: Башҡортостан вәкилдәре лә һынатмай. Азат Ҡарасурин, тәүге уҙыштарҙың береһендә үк биатлонда өсөнсө урынды алып, кәйефте күтәреп ебәрҙе. Ә бына дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов унынсы урында ғына ҡалып, “төҙәлергә” вәғәҙә бирҙе. Егет һүҙе бер була: иртәгәһенә Ирек саңғы уҙышында көмөш миҙал килтерҙе. Ә тағы бер яҡташыбыҙ Александр Давидович өсөнсө урынға сыҡты.

АВТОРҘАН. Ә бына хоккейсыларыбыҙҙың тамағы туҡ, өҫтәре бөтөн дә бит, барыбер еңеләләр. “Салауат Юлаев” плей-офта “Торпедо” командаһына рәттән ике тапҡыр отолдо. Өмөт кәмей бара...


Вернуться назад