Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сочиҙағы ХI Ҡышҡы Паралимпиадала ҡатнашҡан Башҡортостан спортсылары Ирек Зарипов, Александр Давидович, Азат Ҡарасурин, шулай уҡ биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры Әмир Ғүмәров менән телефон аша һөйләште.
Әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов спортсыларҙы Паралимпия уйындарындағы еңеүҙәре менән ҡотланы, һөҙөмтәләр өсөн рәхмәт әйтте һәм спортта артабан да ҡаҙаныштар, уңыштар теләне.
Миҙал яулаған атлеттарҙы аҡсалата бүләк көтә.