Спортсы булып тыуғанмын”07.03.2014
Спортсы булып тыуғанмын” Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ була Кирилл. Мәктәптәге, райондағы төрлө ярышта уға тиңләшеүсе табылмай. Ә инде ун йәш тирәһенән ул саңғы менән етди шөғөлләнә.
Егеттең уңышына тиҙ иғтибар итәләр — Кирилл 15 йәшендә Бөтә донъя үҫмерҙәр уйындарына саҡырыу ала. Әммә бер йылдан ул ҡот осҡос авиаһәләкәткә тарый, дүрт йыл буйы дауалана. Шулай ҙа спортты ташлау, бирешеү хаҡында уйламай. Ғәҙәти спортта сығыш яһай алмаһа ла, Паралимпия төрҙәрендә уңышҡа өлгәшәсәгенә шикләнмәй.
Оҙайлы күнекмәләр менән айҙар, йылдар үтә. 2005 йылда Кирилл Михайлов спорт мастеры исеменә лайыҡ була һәм Рәсәйҙең Паралимпия йыйылма командаһына тулы хоҡуҡлы ағза итеп алына.
Кирилл Туринда үткән Паралимпиадала алтын һәм бронза миҙалдар эләктерһә, Ванкуверҙа өс алтын, ике көмөш миҙал яуланы.
— Яҙмышымды үҙгәртеү мөмкинлеге бирелһә, баш тартыр инем, сөнки мин спортсы булып тыуғанмын, — ти батыр.


Вернуться назад