Беҙҙә ҡош көнләшер ҡанаттар бар07.03.2014
Беҙҙә ҡош көнләшер ҡанаттар бар 2010 йылда Ванкуверҙағы Паралимпия уйындарында Ирек Зариповтың дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал яулауы оло ваҡиғаға әүерелде. Ун ете йәшендәҡот осҡос фажиғәгә тарыған егеттең бөтәһынауҙарҙы еңеп, шаҡтай уңышҡа өлгәшеүе бар кешеләһоҡланыу тойғоһо уятты.
Ирек Айрат улы 1983 йылда Стәрлетамаҡҡалаһында тыуа. Үҫмер сағынан саңғы, баскетбол, самбо, бокс менән мауыға. Туғыҙынсы кластан һуңһөнәрселек училищеһында уҡып, автослесарь һөнәрен ала. Ә инде 2000 йылда һәләкәткә осрап, ике аяғынан да яҙа. Әлбиттә, бынан һуң төрлө мәлдәре була егеттең: өмөтһөҙлөккә лә бирелә, тормоштоң йәмен юғалта. Ярай әле, шул саҡта ата-әсәһе уның рухын күтәрерҙәй әмәлдәрен таба.
2003 йылда Ирек ҡалалағы инвалидтар йәмғиәтендә спорт менән шөғөлләнә башлай. Тренерҙары егеттең аңына сыҙамлылыҡ, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеүөсөн өҙлөкһөҙ күнекмәләр кәрәклеген һеңдерә. Әлбиттә, еңеүҙәр шунда уҡ күренмәй. 2006 йылда Туринда (Италия) уҙған Паралимпиадала яҡташыбыҙ пьедестал баҫҡыстарына етә алманы – биатлонда (7, 5 километр) – дүртенсе, саңғыла уҙышыуҙа (5 километр) ун бишенсе урынды яуланы. Шулай ҙа кәйефен төшөрмәне ул, ҡанатланып, сәмләнеп, киләһе уйындарға әҙерләнде.
Ванкуверҙағы еңеүҙәренән һуң Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев батырҙы IV дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләне. 2011 йылда яҡташыбыҙ “Рәсәйҙең йыл кешеһе” тигән милли премияға лайыҡ булды.
Ирек Айрат улы бөгөн ҡатыны Елена менән Айнур, Диана исемле балалар үҫтерә. 2013 йылда ул Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланды.
Уңыштар һиңә, башҡорт егете!


Вернуться назад