Александр Давидович Беларусь Республикаһының Могилев өлкәһендәге Городец ауылында тыуған. Әйткәндәй, нәҡ быйыл үҙенең юбилейы – 30 йәше – алдынан, Ҡышҡы Паралимпия уйындарында ҡатнашыуҙы спортсы ҙур бәхеткә тиңләй һәм еңеүен тыуған көнөнә бүләк булараҡҡабул итәсәген дә йәшермәй. Егет 2005 йылдан спортҡа мөкиббән бирелгән. Көйәрмәндәргә ул терәк-хәрәкәт ағзалары зәғифләнгән инвалидтар араһында биатлондағы һәм саңғыла уҙышыуҙағы уңыштары аша яҡшы таныш.
Давидовичҡа Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеме, әлбиттә, тиккә генә бирелмәгән. Тәүге тренеры Анатолий Перепечкиндыңһүҙҙәренәҡарағанда, Александр ныҡ сәмле, бер ҡасан да артҡа сигенгәне юҡ.
– Әҙәм балаһының мөмкинлектәре сикһеҙ, – тип һөйләй Александр Антонович. – Беҙ уны тулыһынса файҙаланабыҙмы? Ошо хаҡта оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Ысынында, юҡтыр. Мәҫәлән, саңғыла уҙышыусылар ғына түгел, бүтәндәр ҙә күп көс сарыф итә. Минеңөсөн сиктәр юҡ, тигән принциптан сығып эшләнергә тейеш барыһы ла.
Үҫмер сираттағы тренерынан да уңған. Әмир Ғүмәров егеттеңһәләтен тәүҙән үк күреп ҡалып, уны төрлө ярыштарҙа ҡатнаштырырға тырыша.
Әйткәндәй, Александр Давидович 2010 йылда Ванкувер ҡалаһында уҙған X Ҡышҡы Паралимпия уйындарында ҡатнашып өлгөрҙө.
– Канадаға юлланыу минеңөсөн көтөлмәгән хәл ине, – ти ул. – Төньяҡ Америкаға барып ҡайтҡас, күп нәмәгә икенсе күҙлектән ҡарай башланым. Был ил биләмәһе буйынса донъяла Рәсәйҙән ҡала икенсе урынды биләй бит. Әйткәндәй, күп дуҫтар таптым унда.