Әҙәм балаһын төрлөсәһынай яҙмыш. Берәүҙәр тыумыштан ауырлыҡҡа дусар булһа, икенселәр шатланып-ҡыуанып йәшәп ятҡанда бәхетһеҙлеккә тарый. Әммә тормош дауам итә. Тап шундай мәлдә ныҡлы рухлылар ауырлыҡҡа бөгөлөп төшмәй, киреһенсә, үҙендә көс табып, сәмләнеп, алға бара, көрәшә, хатта бөтә ағзалары теүәл кешеләргә ҡарағанда ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшә.
Яҡташтарыбыҙ, Паралимпия чемпиондары Рима Баталова, Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Ирек Маннанов, Илдар Помыкалов, Оксана Савченко – шундай аҫыл шәхестәрҙеңөлгөһө.
Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ярыштар барлыҡҡа килеүен инглиз табибы Людвиг Гутмандың исеме менән бәйләйҙәр. Спорттың инвалидтарға тормошҡа яраҡлашыуға шарттар тыуҙырыуын, физик көсөн нығытыуын, күңел күтәренкелеге менән йәшәргә, психологияһын үҙгәртергә ярҙам итеүен иҫбатлаған ул.
7 марттан 16-һына тиклем барасаҡ XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарында 45 илдән 1 мең 650 егет һәм ҡыҙҙың, командалар ағзаларыныңҡатнашыуы көтөлә. Улар тау саңғыһы, биатлон, саңғы, следж-хоккей, коляскалағы керлинг буйынса көс һынашасаҡ, бөтәһе 72 комплект миҙал уйнатыла.
Башҡортостандан иһә Сочиҙа биш спортсы сығыш яһай. Һүҙебеҙ – улар тураһында.