Байрамға бүләк көтәбеҙ!07.03.2014
Көйәрмән ҡатын-ҡыҙҙарға юлаевсылар былтыр ҙа ҙур бүләк яһағайны. 8 март көнөндәҠазанда “Аҡ Барыҫ”ты еңгәйнеләр. Быйыл да шуны көтәбеҙ. Был юлы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә плей-офтың беренсе раундында Өфөлә Түбәнге Новгородтың “Торпедо”һы менән осрашабыҙ. Артабан – 9-ы, 11-е, 12-һе, кәрәк булһа, 14, 16, 18 марттарҙа.
Көтөп алдыҡ был мәлде. Хәҙер иң көсөргәнешле матчтар башлана. Бер ҙә генә яңылышырға ярамай. Был бит плей-офф!
“Салауат Юлаев”тыңһуңғы уйындарын ҡарап, әлбиттә, ҙур өмөттәр бағлап булмай. Тигеҙ уйнамайҙар: йә көс-хәлгә оталар, йә ихтыярһыҙғына отолалар. Мәҫәлән, “Торпедо”ны овертаймда 2:1, “Аҡ Барыҫ”ты 1:0 иҫәбенә саҡ еңделәр ҙә “Динамо”нан еңелеп ҡуйҙылар (1:3). Шунан тағы “Витязь” командаһын оттолар (3:2). Хоккейсылар араһында ла төрлөһө бар: кемдер бөтә тырышлығын һала, кемдер ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын тиеберәк йөрөгән кеүек...
Әммә хәҙер эшкә етдиерәк тотонорға ваҡыт етте. Әгәр ҙә Гагарин кубогын яуларға тигән маҡсат ҡуйылһа инде. Ә башҡаса чемпионатта ҡатнашыуҙан ни фәтүә, шулай бит?



Вернуться назад