Тырыштыңмы? Бүләгеңде ал!01.03.2014
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тибеҙ. Олимпиада еңеүселәре лә бүләктәрен алып һөйөндө. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев чемпиондар менән призерҙарға “Мерседес” машинаһы асҡыстарын тапшырҙы.

Тантана Мәскәүҙә уҙҙы. Олимпия чемпиондары 5,3 миллион һумлыҡ, көмөш миҙал яулаусылар – 3,06 миллион, бронза призерҙар 2,15 миллион һумлыҡ машиналарға эйә булды.
Уйындарҙа алтын миҙал алған Башҡортостан спортсылары Семен Елистратов менән Руслан Захаров та был мәртәбәле исемлектә бар. Шулай уҡ Межгорье ҡалаһында тыуып үҫеп, хәҙер Новосибирскиҙа йәшәгән икеләтә көмөш призер Ольга Вилухина өсөн дә шатбыҙ!



Вернуться назад