Спорттың үҫеше — дөйөм хеҙмәт емеше28.02.2014
Спорттың үҫеше — дөйөм хеҙмәт емеше
Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булып, перинаталь үҙәк төҙөлөшө менән танышты, ҡайһы бер спорт объекттарын ҡарап сыҡты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Зәки улы тәүҙә спорт йүнәлеше буйынса уҡыусылар араһында республика беренселеге уҙғарылған “Спартак” комплексына барҙы. Үҙәктең инфраструктураһы теннис кортын һәм өс саҡрымлыҡ саңғы-роллер трассаһын үҙ эсенә ала. Ул былтыр сафҡа индерелгән. Объекттың икенсе сираты ике ҡатлы корпус, тамашасы трибуналары, биатлон өсөн атыу урыны төҙөүҙе күҙаллай. Саңғы-роллер трассаһы стадионында волейбол, баскетбол майҙансыҡтарын, гимнастика снарядтарын булдырыу ҡарала.
Төбәк башлығы шулай уҡ перинаталь үҙәге булған бала табыу йорто төҙөлөшөн тикшерҙе. 80 койкалыҡ медицина учреждениеһы Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы һалына. Стационарҙы проектлауҙа табиптар ҙа ҡатнашты. Бында йөклөлөк патологияһы бүлеге, әсә һәм сабый палатаһы, бокс залы буласаҡ.
Спорт һарайында Рөстәм Хәмитов физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән тренажер залын, йөҙөү бассейнын ҡарап сыҡты, ҙур спорт залында үҫмерҙәр араһында билбаулы көрәш буйынса Башҡортостан чемпионатында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Сараға Өфө, Ағиҙел, Күмертау ҡалаларынан, Туймазы, Тәтешле, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы райондарынан 120 спортсы килгән.

* * *
Октябрьский ҡалаһында төбәк башлығы муниципаль район һәм ҡала округтарының хакимиәт башлыҡтары ҡатнашлығында “Физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү” темаһына семинар-кәңәшмәнең пленар ултырышын үткәрҙе.
Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республика етәксеһе Ҡышҡы Олимпиаданан һуң ойошторолған бындай сараның айырыуса әһәмиәтле икәнлеген билдәләне. Республика башлығының фекеренсә, егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың уңышлы сығышы — спортсыларҙың, тренерҙарҙың күп йыллыҡ хеҙмәт һөҙөмтәһе ул.
— Беҙҙә һәләтлеләрҙе һайлап алыу, әҙерләү буйынса тәжрибә ҙур. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда күрһәткестәребеҙ ҙә яҡшы, — тине Рөстәм Зәки улы. — Ошондай һөҙөмтәләр менән беҙ Олимпиадала ҡатнашҡан иң яҡшы төбәктәр тиҫтәһенә инәбеҙ. Власть органдарының бурысы — кешеләр спорт, физик культура менән шөғөлләнһен өсөн шарттар тыуҙырыу. Йәмғиәт тормошонда был бик мөһим өлкә. Бер яҡтан, ул кешеләрҙе тәртипкә өйрәтә, икенсе яҡтан һаулыҡты нығыта, буш ваҡытты дөрөҫ үткәреү мөмкинлеген бирә. Хөрмәтле район, ҡала башлыҡтары, һеҙ ошо ваҡиғаларҙың алғы сафында бараһығыҙ. Спорттың ойошторолоуы, физик культураның үҫеше тәү сиратта һеҙгә бәйле.


Вернуться назад