26 февралдә “Сочи-2014” Паралимпия уты эстафетаһы башланды. Ул Рәсәйҙең һигеҙ федераль округындағы 45 ҡала буйлап үтә.
Эстафетаның бишенсе көнөндә, 3 мартта, утты республикабыҙҙың баш ҡалаһына килтерәсәктәр. Өфөләге сарала 50-гә яҡын кеше ҡатнаша. 26 февралдә ҡала хакимиәтендә уҙғарылған матбуғат конференцияһы ошо мәсьәләгә арналды.
Факелды баш ҡалабыҙҙың танылған шәхестәре, шул иҫәптән Лондондағы 2012 йылғы Паралимпия уйындары чемпионы Михаил Земин, еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Петр Буйлов, йөҙөү буйынса Сурдлимпия уйындары чемпионы Вадим Боровик алып барасаҡ.
Әлеге эстафета Паралимпия уйындары тарихында иң ҡыҙыҡлыһы һәм үҙенсәлеклеһе булмаҡсы. Көн һайын Паралимпия уты теге йәки был федераль округтағы бер нисә ҡалала ҡабына. Уны төбәктән төбәккә тапшырыу алымы ла даими үҙгәрәсәк.
— Өфөлә утты тоҡандырғанда үҙенсәлекле алым ҡулланыласаҡ, ул бейеүҙәр менән оҙатыласаҡ, — тине матбуғат конференцияһында республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов.
Паралимпия утын башҡорт ырыуҙары тураһындағы легенданы сәхнәләштергәндә ҡабыҙыу күҙаллана. Был бурыс дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй чемпионаттары, Европа чемпионаты призеры, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Юрий Акшенцовҡа йөкмәтелде. Биш саҡрымлыҡ эстафета ҡаланың тарихи урындары, Пушкин, Ленин, Коммунистик, Цюрупа, Октябрь революцияһы, Совет, Туҡай, Карл Маркс, Зәки Вәлиди урамдары буйлап үтә, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда тамамлана. Көндөҙгө сәғәт 2-лә бында байрам тамашаһы көтөлә.