3 мартта Өфө Паралимпия уты эстафетаһын ҡабул итә. Сарала республикалағы иң яҡшы Паралимпия спортсылары, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.
Әле тәүге кандидаттар билдәләнде. Улар араһында Паралимпия фехтованиеһы буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәй чемпионы, Лондондағы уйындарҙа ҡатнашыусы, былтырғы донъя чемпионатының көмөш призеры Тимур Хәмәтшин дә бар.
— Факелды тотоп барыу — минең өсөн ҙур мәртәбә. Үҙемде Сочиҙағы Олимпия һәм Паралимпия кеүек күләмле ваҡиғаларға ҡатнашлығым булғандай тоям, — ти спортсы. — Әле Өфөнө коляскала йөрөгән инвалидтар өсөн яраҡлаштырыу буйынса эш бара. Ҡала үҙәгендә, ҙур биналарҙа пандустар бар. Баш ҡаланан ситтә хәл бер аҙ насарыраҡ. Эстафета мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына, бәлки, иғтибарҙы арттырыр.
Әйткәндәй, әле Башҡортостанда Паралимпия спортсыларын әҙерләү үҙәге төҙөлә. Бындай хоҡуҡ республикабыҙға паралимпиясыларҙың ҙур ҡаҙаныштары өсөн бирелде.
Сочиҙағы уйындарҙа Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан биш кеше ҡатнашасаҡ.