Ҙур еңеүҙә өлөшөбөҙ тос25.02.2014
22 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаған Өфө спортсылары Семен Елистратов менән Руслан Захаровҡа, шулай уҡ шорт-трек буйынса йыйылма команданың өлкән тренеры Андрей Максимовҡа телефондан шылтыратты.

Ир-егеттәр эстафетаһы финалында рәсәйҙәр Олимпия чемпионы булды. Семен Елистратов менән Руслан Захаров ингән квартет яңы Олимпия рекорды ҡуйҙы. Телефон аша һөйләшеүҙә, шулай уҡ спортсылар исеменә ебәрелгән телеграммала Рөстәм Хәмитов ир-егеттәр командаһын оло еңеү менән ҡотланы.
— 5 000 метрлыҡ эстафетала сираттағы алтын миҙалды яулап, илебеҙҙең йыйылма командаһы ҡаҙнаһын тулыландырҙығыҙ. Һөҙөмтәгеҙ өр-яңы Олимпия рекордына әүерелде. Мауыҡтырғыс, ныҡышмалы ярышта юғары оҫталыҡ, рух ныҡлығы күрһәттегеҙ, быға бөтә донъя шаһит булды, — тине Рөстәм Хәмитов.
Семен Елистратов менән Руслан Захаров республика Президентына рәхмәт әйтте.
— Үҙебеҙҙең илдә үткәрелгән Олимпия уйындарында сығыш яһау — беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Ошондай мөмкинлек биргән өсөн Башҡортостан Республикаһына, Өфө ҡалаһындағы 1-се Олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенә рәхмәтлебеҙ, — тине Семен Елистратов.
— Ошо еңеүҙе яуларға ярҙам иткән бөтә көйәрмәндәргә лә рәхмәт белдерергә теләйем, — тип ҡушылды уға Руслан Захаров.
Олимпия уйындарында ҡатнашып, миҙал яулаған Башҡортостан спортсыларын республика исеменән аҡсалата бүләк көтә.


Вернуться назад