21 февралдә республика Президенты Рөстәм Хәмитов Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпиадала көмөш миҙал яулаған биатлонсы Ольга Вилухина менән телефондан һөйләште.
Межгорье ҡалаһында тыуып үҫкән спортсы Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында эстафетала көмөш призер булды. Ольга Вилухина спринт буйынса ла көмөш миҙал яулағайны. Әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов биатлонсыны еңеүе менән ҡотланы.
— Һеҙгә артабан да спорт ҡаҙаныштары теләйем. Башҡортостанға ҡайтығыҙ, республика халҡы һеҙҙе шатланып ҡабул итер, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ольга Вилухина Президентҡа ҡотлауы өсөн рәхмәт әйтте.
— Спорт карьераһын Башҡортостанда башлауым менән ғорурланам. Миңә сикһеҙ ышанғандарға һәм булышлыҡ иткәндәргә ҙур рәхмәт, — тине спортсы.