“Һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ”25.02.2014
Рәсәй Президенты Владимир Путин Олимпия ауылының Конгресс-үҙәгендә Олимпия уйындарында миҙал яулаған спортсыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Ил етәксеһе йәштәребеҙҙең Сочиҙа ил намыҫы өсөн ныҡ тороуын, ватан спорты өсөн ауыр ваҡыттар артта ҡалыуын, бығаса беҙҙең атлеттар күптән йәки бер ҙә миҙал ала алмаған спорт төрҙәре буйынса ла еңеүселәр булыуын билдәләне.
– Рәсәй спортсылары ҡуйылған бурысты үтәне, илебеҙ намыҫы өсөн ныҡлы тора алды. Улар спорт миҙалдарына ғына түгел, һис шикһеҙ, дәүләт наградаларына ла лайыҡ. Бөтә ил, миллионлаған граждан һеҙгә ҙур рәхмәт әйтә, – тине Президент.
Олимпия чемпиондары Виктор Ан (шорт-трек), Виктор Вайлд (сноуборд), Алексей Воевода, Александр Зубков (бобслей), Татьяна Волосожар, Максим Траньков (фигуралы шыуыу) IV дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнде. Бынан тыш, берәүҙәр – Дуҫлыҡ, Почет ордендарына, икенселәр “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалдарына лайыҡ булды.
Шуныһы ҡыуаныслы: улар араһында Башҡортостан егеттәре һәм ҡыҙҙары ла бар. Шорт-трек буйынса алтын миҙал яулаған Семен Елистратов, Руслан Захаров, биатлон буйынса ике көмөш миҙал эйәһе Ольга Вилухина Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.


Вернуться назад