Олимпиада ниндәй уй-тойғолар уятты?25.02.2014
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, Бөтә Рәсәй Билбаулы көрәш федерацияһының башҡарма директоры:
– Иң мөһиме – бөтә донъя алдында үҙебеҙҙе күрһәттек. Тап ошондай саралар, һоҡланғыс еңеүҙәр, уңыштар йәштәрҙә сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа, тыуған илгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләй, уларҙы рухландыра.
Әхмәт КЕЙЕКБАЕВ, Өфө ҡалаһы, хәрби врач, запастағы подполковник:
– Һуңғы көндәрҙә ни эшләптер кәйефем юҡ ине. Тап Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Рәсәй спортсыларының иҫ киткес еңеүенә күңел күтәрелеп китте. Ванкуверҙа үткәне менән сағыштырғанда, үҫеш шәп бит! Теләһәк, булдырабыҙ! Үҙебеҙҙә уҙғарылған Олимпиадала оятҡа ҡалманыҡ.
Марат БӘХТИӘРОВ, “Көньяҡ Урал” ҡурсаулығы методисы:
– Фигурист Евгений Плющенкоға асыуым килде: иң яуаплы ваҡытта тот та ярышҡа сығыуҙан баш тарт әле! Үҙенең сәләмәтлеге торошо хаҡында алдан уҡ белгән. Һәр кем ваҡытында китә белһен, йәштәргә юл бирһен ине.
Азамат МӨХӘМӘТШИН, Баймаҡ районы “Һаҡмар” гәзите редакцияһының бүлек мөдире:
– Олимпиада шәп үтте, ойоштороу кимәле ифрат юғары булды. Рәсәйҙәр өсөн һоҡланып ултырҙым. Шулай ҙа субтропик бүлкәттә бихисап аҡса түгеп, былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәгән халыҡтың өлөшөнә инеү аңлашылмай. Был киләсәктә барыбыҙҙың да көнитмешендә һиҙелер тип уйлайым.
Йәмил АРЫҪЛАНОВ, Дәүләкән районындағы “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры:
– Сит илдән саҡырылған спортсыларҙың күплеге уйға һалды. Әллә күпме түләп, уларҙы һатып алырға кәрәкме икән? Шуларға түккән аҡсаға үҙебеҙҙә бына тигән спортсылар тәрбиәләп булмаймы ни? Әлбиттә, мөмкин! Бының өсөн бары мәктәптәргә, төпкөл ауылдарға йөҙ менән боролорға кәрәк. Юғиһә хәҙер белем усаҡтарында спорт ҡорамалдары бөтөнләй ҡалманы бит