Вәт, ҡыҙҙар, исмаһам! Беҙҙең фигуристарҙы әйтәм. Береһе булмаһа, икенсеһе алдынғылыҡҡа сығырға әҙер тора.
Бөтә донъя халҡы яратып өлгөргән Юлия Липницкаяның шәхсән беренселектә абыныуы булды, тағы бер ҡыҙыбыҙ – Аделина Сотникова уны алмаштырҙы. Матур сығыш яһап, алтын миҙал яулауы менән көйәрмәндәрҙе һөйөндөрҙө. Был – Олимпиадала етенсе оло наградабыҙ.
Ә бишенсе урында ҡалған Юляға көйөнөргә түгел. Берҙән, ул да ун көн элек Олимпия чемпионы исемен алды. Икенсенән, 15 кенә йәшлек спортсының уңыш яулар уйындары киләсәктә берәү генә булмаҫ әле.