Башҡорт егете – волонтер21.02.2014
Башҡорт егете – волонтер
Олимпиадала эшләгән 25 мең волонтер араһында Өфө егете Байрас Мәһәҙиев тә бар. Санкт-Петербург дәүләт университетының 3-сө күрсында уҡыған егет быға тиклем ике тапҡыр Халыҡ-ара юридик һәм иҡтисади форумдарҙа волонтер була һәм, былтыр Олимпиадаға волонтерҙар кәрәклеге хаҡында ишеткәс, үҙен һынап ҡарарға теләк белдерә. Бының өсөн бер нисә этаптан торған етди һынау үтергә тура килә. Айырыуса инглиз телендә аралаша белеүенә иғтибар итәләр. Һуңынан инде тренингтар башлана. Уларҙа буласаҡ волонтерҙарға бурыстарын аңлаталар, үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтәләр.

«Волонтер» һүҙе латин теленән ирекмән тип тәржемә ителә, йәғни үҙ теләге менән ярҙам итеүсе. Был хәрәкәт тәү башлап XIX быуатта Америкала барлыҡҡа килә. Хәҙерге заманда Олимпия уйындарын волонтерҙарҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә был хәрәкәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Сочи уйындары алдынан илдә волонтерҙар әҙерләүсе 26 үҙәк асыла.
Улар төрлө эш башҡара: аэропортта спортсыларҙы ҡаршы ала, сит ил делегацияларын оҙатып йөрөй, транспорт хәрәкәтен көйләй, стадиондарҙа ярыштар үткәрергә ярҙам итә, тәржемәсе ролен үтәй.
Байрас «Лаура» тип аталған саңғы-биатлон комплексының контроль-үткәреү пунктында эшләй. Бер көн спортсыларҙың пропусктарын тикшерһә, икенсе көн матбуғат үҙәгенә килеүселәрҙе үткәрә. Был эштә иң мөһиме — иғтибарлылыҡ һәм һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер булыу. Волонтерҙар — Олимпиаданың йөҙө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Байрастың саңғы-биатлон үҙәгенә эләгеүе осраҡлы түгел. Ул Өфөләге 39-сы гимназияла уҡыған сағында уҡ «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында шөғөлләнә. 2009 йылда биатлон буйынса Өфөлә йәштәр араһында уҙғарылған Европа чемпионатында эшләй. Әлбиттә, Сочиҙағы эш графигы йыш ҡына үҙе яратҡан спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙы ҡарарға мөмкинлек бирмәй. Әммә быға иҫе китеп бармай егеттең. Олимпиаданы үткәрешергә ярҙам итеү, шундай ҙур тарихи ваҡиғала үҙеңдең кәрәклегеңде һәм файҙалы булыуыңды тойоу күпкә ҡиммәтерәк һәм баһалыраҡ, тип иҫәпләй ул.
…Ҡышҡы уйындар инде тамамланыуға бара. Ҡабатланмаҫ тәьҫораттар, йылы тойғолар менән ҡайта егет Олимпиаданан. Үҙебеҙҙең команда өсөн янып-көйөүҙәр, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йыйылған волонтерҙар менән танышыу, көтөлмәгән осрашыуҙар… Иҫтәлеккә иһә билдәле спортсылар Антон Шипулин, Мартен һәм Симон Фуркадтар, Максим Чудов, Александр Тихонов менән төшкән фотолар ҡала.


Вернуться назад