Мөхәббәткә кәртә юҡ21.02.2014
Мөхәббәткә кәртә юҡАлена Заварзина – иҫ киткес һылыу ҡыҙ. Өҫтәүенә сноубордта донъя чемпионы. Уға ғашиҡ булмай, кемгә инде?! Бынан бер нисә йыл элек Америка спортсыһы Вик Уайлд та уны күргәс, башын юғалта. Хатта ҡыҙға өйләнеп, Рәсәй гражданлығын ала. Тыуған илендә әллә ни ҡаршы килмәйҙәр, сөнки Вик уртаҡул ғына сноубордсы була.
Әммә мөхәббәт тауҙар аҡтарта бит. Йәш кейәү ҙә тырыша башланы. Ә инде Сочиҙағы Олимпиадала өмөттө аҡланы. Вик чемпион исемен яуланы! Кәләше Алена ла ҡалышманы: бронза миҙал алды.
Ни әйтәһең, бәхетленең байрамы бергә!

Бәхетһеҙлек һаман аяҡ сала
Саңғы стадионында аҙым һайын йығылалар. Ҡарап ултырып, йөрәккә ҡан һауа. Бына команда спринтында – йәнә бәхетһеҙлек. Финиш һыҙығына сыҡҡан өс спортсының береһе – немец – ҡолап китте лә беҙҙең Никита Крюковҡа ҡамасауланы. Уның тиҙлеге шунда уҡ кәмене. Эргәләге фин саңғысыһы шуны ғына көткән тиерһең... алтын миҙалына ҡарай елде. Беҙҙекеләргә көмөш “өлөш” кенә тейҙе.
Юҡ, бәхетһеҙ урын булып сыҡты был “Лаура” стадионы.

Хоккей, хоккей...
Дацюк, Малкин, Овечкин... Их, ҡотҡара алманылар... Рәсәй хоккейсылары, сирекфиналда 3:1 иҫәбенә финдарға отолоп, артабанғы ярыштан төшөп ҡалды.
Көйәрмәндәр ҡара ҡайғыла. Ҡасан төҙәлер күңел яраһы?..


Вернуться назад