Исеме – Олимпий!19.02.2014
Исеме – Олимпий!
Сочи ҡалаһында Олимпиада уты янғанда, Баймаҡта йәшәүсе Олимпий Сәйетов икеләтә ҡыуаныс кисерә, сөнки ул 1980 йылда Мәскәүҙә уҙған йәйге Олимпиада мәлендә донъяға килгән һәм ата-әсәһе ошо ваҡиға уңайынан улдарына Олимпий тип исем ҡушҡан. Хәйер, тарихи ваҡиғаларға бәйле исемдәр арабыҙҙа йыш осрай. Мәҫәлән, Октябрина, Люция, Вил, Лундеж һәм башҡалар.

Исеме есеменә тап килгәндәй, Олимпий бала саҡтан һау-сәләмәт, мыҡты кәүҙәле, баһадир егет булып үҫә. Ҡаланың 2-се мәктәбендә белем ала, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә саңғы шыуырға ярата ул. Илебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиға исемен йөрөткән Олимпий Рамир улы – бөгөн “Баймаҡ ПМК”-һының бүлек етәксеһе, өлгөлө ғаилә башлығы. “Ә шулай ҙа күптәр өсөн ятыраҡ, хатта сәйер яңғыраған исем хужаһына тормошта йәшәүе нисек?” — тигән һорауға ул, йылмайып:
– Әлбиттә, исем күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡабатлап һораусылар ҙа юҡ түгел. Олораҡ быуын 80-се йылдарҙағы Олимпиада хөрмәтенә ҡушылғанын аңлай, әлбиттә, әммә йәштәр араһында белеүселәр аҙыраҡ. Атай-әсәйемә шундай исем ҡушыуҙарына ҙур рәхмәтлемен. Олимпиада рухы һәр саҡ бейеклеккә, юғарылыҡҡа өндәй, сыҙамлы һәм ныҡышмал булырға өйрәтә.
Мәскәү Олимпиадаһы Баймаҡ егетенә исем ҡушҡан кеүек, быйылғы Сочи уйындарынан да әллә күпме сабый тормош юлын башлар әле.


Вернуться назад