Бөтәһенә лә ҡояш булыу мөмкин түгел. Бына бобслейсылар Александр Зубков менән Алексей Воевода ла бер нисә йыл инде бер-береһен өнәп еткермәй. Әммә яңыраҡ уртаҡ маҡсат уларҙы йәнә бер экипажға берләштерҙе. Береһе – шәп пилот, икенсеһе бобты иң көслө этеүсе шул.
Хәйерлегә булды был. Сочи “алтын”ын яуланылар! Дөрөҫ әйтә халыҡ, дуҫ йәшәүгә ни етә?!
Сираттары етмәгән әле Фигуралы шыуыуҙа йәш бейеү парҙары миҙалға йылдар буйы “сиратта” тора. Аптырайһығыҙмы? Бында бит һикереү-маҙар юҡ, берәү ҙә ҡоламай. Ә бейеүҙә кем шәберәк икәнен билдәләүе бик ауыр. Шуға ла яңы килгәндәргә “ҡарттар”ҙың спорттан киткәнен көтөргә генә ҡала.
Һуңғы һигеҙ йылда Америка менән Канада парҙары иң көслөһө һанала. Сочиҙа Рәсәйҙән Елена Ильиных – Никита Кацалапов “Аҡҡош күле” көйөнә иҫ киткес матур бейене, әммә бая әйткән сәбәп арҡаһында бронза миҙал менән генә хушһынды.
Көтәйек, беҙгә лә ҡояш йылмайыр әле.
Дәрте лә бар, дарманы ла Сноубордсылар араһында 22 йәшлек Николай Олюнинды белеүсе юҡ ине. Бығаса үҫмерҙәр, студенттар араһында ғына ярышып йөрөнө бит. Әле килеп борд-кросс төрөндә французға ғына отолоп, көмөш миҙал хужаһы булды. Уңышлы сығыш яһарға тип дәрт иткәйне, һүҙендә торҙо.
Йәл, Башҡортостандан Антон Копривица беренсе уҙышта уҡ аҙаҡҡы булды. Йәш булыуына һылтанырға кәрәкмәй, ул – Николайҙың тиңдәше.
Команда беренселегендә трамплиндан саңғыла һикергән Дмитрий Васильев менән Илмир Хәзетдинов та тәүге турҙа уҡ артабанғы ярыштан төшөп ҡалды...