“Шорт-тректың ерҙәге Аллаһы”18.02.2014
“Шорт-тректың ерҙәге Аллаһы” Өндәшмәҫ, йомоҡ Виктор Анды шулай тип йөрөтәләр. Гәзиттең үткән бер һанында уның тураһында тәфсирләп яҙғас, шуны ғына хәбәр итәбеҙ: исемен аҡланы егет! 1000 метрға конькиҙа уҙышыуҙа Олимпия чемпионы булды! Ә көмөш миҙалды тағы бер Рәсәй спортсыһы – Владимир Григорьев алды. Өфөнән Европа чемпионы Семен Елистратов ҡайҙа һуң, тиерһегеҙ. Ул – етенсе генә урында.

Кәрәк көндә, кәрәк ерҙә
Урыҫ халҡының был әйтеме тап Александр Третьяков хаҡында әйтелгән кеүек. Шулай булмай, ул гел мөһим ярышта ғына бөтәһенең дә танауына сиртә лә ҡуя. Скелетонда (баш менән алға ҡарай ятып шыуа торған сана), ғәҙәттә, латыш егеттәре Мартинс менән Томас Дукурс йыл буйы беренселекте бирмәй. Әммә Александр былтыр донъя чемпионатында Дукурстарҙы еңә алды. Әле килеп Олимпиадала ла беренсе булды!
Әйткәндәй, беҙҙең ҡыҙҙар ҙа һынатманы. Скелетонда Елена Никитина “бронза” эләктерҙе.

Көйәрмәндәр һөйөүе
Биатлонсы һәм саңғысыларыбыҙ насар сығыш яһай. Кәйеф төшә. Бына саңғы буйынса ир-егеттәр араһындағы эстафетаны ла шөбһәләнеп көтөп алдыҡ. Гонаһ шомлоғо, ысынлап та, 41 секундҡа уҡ артта ҡалдыҡ! Ярай әле Александр Легков булды – алда барыусыны ҡыуып етте тиерлек. Көйәрмәндәр уның батырлығын күреп, “аһ” итте. Йәл, һуңғы этаптағы егетебеҙ быны дауам итә алманы. Һөҙөмтәлә икенсе урын менән хушһындыҡ.

Рекорд ҡуйҙы ла... 26-сы урында ҡалды
Яҡташыбыҙ Дмитрий Васильев тураһында һүҙебеҙ. К-125 трамплинынан һикергәндә иң алыҫҡа – 144,5 метрға осоп китеп, рекорд ҡуйҙы ул! Ләкин 26-сы урын ғына алды. Ни өсөнмө? Төшкәндә ҡулы менән ергә тейҙе шул, ә был ҡолауға тиң.
Икенсе Өфө егете Илмир Хәзетдинов 29-сы ғына булды. Хәҙер команда ярышын көтәбеҙ инде. Бәлки, унда уңышты ҡороҡлай алырбыҙ.


Вернуться назад