Сана спортында эстафетала командабыҙҙың көмөш, ә биатлонда шәхси уҙышта Евгений Гараничевтың бронза миҙал алыуына ҡыуаныуыбыҙ оҙаҡҡа барманы, күңелһеҙ хәбәр ишеттек. Кис ҡырын эштәрҙе теүәлләп, телевизор янына ҡунаҡланыҡ. Йәнәһе, хәҙер беҙҙең Евгений Плющенко барыһына ла донъяла кем иң шәп фигурист икәнлеген күрһәтә. Күрһәтә алманы шул... Юҡ, яҡшы сығыш яһаманы түгел, бөтөнләй ярыштан баш тартты. Баҡһаң, иҫке йәрәхәте яңырып, аяғына йүнләп баҫа ла алмай икән.
Ҡайһылай йәл! Был хәл бөтә командаға зыян килтерҙе, сөнки һуң хәбәр иткәс, уны запас спортсыға алмаштырырға ваҡыт ҡалманы. Юғиһә Максим Ковтун боҙға сығыр ине. Һуңғы 30 йыл эсендә Олимпиадала беренсе тапҡыр беҙҙең егеттәр миҙал алмаясаҡ...
Ә инде спортсыларыбыҙҙың сит ил иҫәбенә алтын миҙал яулауын күреп әсенеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Сноубордтың хафпайп төрөндә Швейцариянан Юрий Подладчиков та беҙгә ят кеше түгел. Ул дүрт йәшенән сит илдә үҫһә лә, 2006 йылға тиклем Рәсәй данын яҡлай. 2010 йылда Швейцария командаһына ағза булып инә. Әммә Сочиҙа тыуған иле өсөн сығыш яһағыһы килә. Бындай мөмкинлек тураһында Мәскәүгә килеп һөйләшеүе емешле булмай. Түрәләрҙең ыҡҡа килмәүенең һөҙөмтәһе күҙ алдында – Юрий Швейцариянан Олимпиада чемпионы булды.