2006 йылда Туринда Корея вәкиле Ан Хен Су Олимпия уйындары геройы булды. Шорт-трек уҙыштарында өс алтын миҙал эләктерҙе! Әммә 2008 йылда ауыр йәрәхәтләнде. Һөҙөмтәлә киләһе Олимпиадала иленең йыйылма командаһына инә алманы. Ғәжәп түгел, корейҙарҙа конькиҙа шәп йүгереүселәр күп.
23 йәшлек кенә егет нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Бәхетенә күрә, бығаса спортсыларын ситкә ебәргән Рәсәй уны үҙенә саҡырып, гражданлыҡ биреп, дауаланырға, күнекмәләр үткәрергә мөмкинлек тыуҙырҙы. Һәм яңылышманы! Элекке көн хәҙер инде Виктор Ан исемен йөрөткән Ан Хен Су беҙгә бронза миҙал килтерҙе. Ә бит уның айырыуса яратҡан дистанцияһы 1000 метрға уҙыш 13 һәм 15 февралдә генә буласаҡ. Ҡарайбыҙ!