Күктәрҙе асыуландырмағыҙ...12.02.2014
Күктәрҙе асыуландырмағыҙ...
Олимпиада Аллаһы ғаилә ҡиммәттәрен юғары баһалай икән. Шулай булмай, тәүҙә Канаданан Дюфор-Лапоинт фамилиялы апалы-һеңлеле призлы ике урын яулаһа, элекке көн Голландиянан игеҙәктәр Михел менән Роналд Мулдер алтын һәм бронза миҙал алды.

Беҙҙә лә шундай хәлдең булыуы ихтимал ине бит... Белеүегеҙсә, биатлонда чемпион исемен Анастасия Кузьмина яуланы. Уның бер туған ҡустыһы Антон Шипулин иһә тәүге уҙышта дүртенсе урында ҡалды. Йәл, 0,7 секунд ҡына етмәне пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына һикереп менергә! Шуныһы үкенесле: Настя Словакия командаһы өсөн сығыш яһай. Ни өсөнмө? Бер нисә йыл элек, бала тапҡандан һуң, Настя өсөн Рәсәй йыйылма командаһы ишектәре ябыла. Йәнәһе лә, уға өмөт юҡ. Аптыраған спортсы сит илдең тәҡдимен ҡабул итә. Һәм бына дүрт йыл элек тә, быйыл да Олимпия уйындары еңеүсеһе ул!
Тимәк, спортсыларыбыҙға иғтибарлыраҡ булырға, уларҙың ҡәҙерен белергә кәрәк. Юғиһә, Олимпиада Аллаһы асыулана ла уңыштан мәхрүм итә икән...


Вернуться назад