Олимпиаданың өсөнсө көнөндә ике бронза яуланыҡ. Бишенсе миҙалды шорт-трек буйынса 1500 метр алыҫлыҡҡа уҙышта Виктор Ан килтерҙе. Әйткәндәй, награда — Рәсәй тарихында был спорт төрөндә тәүгеһе.
– Минең өсөн бронза алыу ҙа ҙур бәхет, – тине егет. – Әлбиттә, бөтәһе лә “алтын” тураһында уйлай. Беҙ тап шуның өсөн көрәшәбеҙ ҙә. Был уңышым миңә башҡа дистанцияларҙа уҙышырға ярҙам итәсәк. Сочиҙа тағы ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтермен әле.
Үкенескә ҡаршы, Өфө егете Семен Елистратов миҙал ала алманы. Ул – 11-се урында.
Алтынсы миҙалды фристайлда могул буйынса Александр Смышляев яуланы. Тәүге ике урын Канада егеттәренә эләкте. Әйткәндәй, спорттың был төрөндә Рәсәйҙән беренсе бүләкте 1994 йылда Лиллехаммерҙа Сергей Шуплецов алғайны.