Немецтар рәхмәт әйтә11.02.2014
Немецтар рәхмәт әйтә

Бәлә көтмәгәндә килә бит ул. Олимпиада башланыу менән Германия командаһының саңғы әҙерләй торған ҡорамалы ватыла. Ут күршеләр булараҡ, тәүҙә Австрия менән Швейцария вәкилдәренә мөрәжәғәт итәләр. Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы – улары ярҙам итеүҙән баш тарта.
– Рәсәйҙәргә рәхмәт. Машиналарын биреп торҙолар. Ярыштарға 40 пар саңғы әҙерләй алдыҡ, – ти немецтар.

Саша ла, Максим да йәл

Беҙҙең саңғысы Александр Легков – бик һәләтле спортсы, ләкин иң яуаплы мәлдә гел бәхетһеҙлеккә осрай. Йә йығыла, йә саңғыһы һына. Бына әле лә 30 саҡрым араға уҙышта финишҡа ике километр ҡалғас, эргәһендә барған итальян, саңғыһы менән баҫып, Сашаның таяғын һындырҙы. Һөҙөмтәлә лидерҙар төркөмөндә килгән Легков 11-се урынды ғына алды.
Ә дүртенсе урынға ҡалған Максим Вылегжанинға норвег спортсыһы Мартин Сундбю ҡамасауланы. Беҙҙең Федерация апелляция бирҙе.

Күп түгелме?

Бирһә-бирә бит Хоҙай! Рәсәй спортсылары тәүге көндә бер миҙал да яулай алмағанда, Канадалағы бер ғаилә бер юлы икәүҙе эләктерҙе! Фристайлда беренсе-икенсе урындарҙа – бер туған ҡыҙҙар Жюстин һәм Хлоя Дюфор-Лапоинт.
Өмөтләнгәйнек тә...
Трамплиндан саңғыла һикереү ярыштары бигерәк һуң була. Шулай ҙа беҙҙең яҡташ һикергәндә нисек йоҡлап ятмаҡ кәрәк! Айырыуса тәүге көндәге һайлап алыу турында К-95 трамплинында Илмир Хажетдинов 18-се булып финалға уҙғас, өмөт уянғайны. Әммә унда Илмирға бер генә мөмкинлек менән хушһынырға тура килде, сөнки артабанғы турға уҙырға йыйған мәрәйҙәре етмәне. Һөҙөмтәме? 36-cы урын.
Төшөнкөлөккә бирелмәйек. 14–15 февралдә К-125 трамплинынан һикерәсәктәр.


Вернуться назад