Тәүге көндә Рәсәй спортсыларының бер миҙал да яуламауы кәйефте төшөрһә лә, иртәгәһен ныҡ шатландырҙы беҙҙекеләр. Бронзанан башланыҡ. Конькиҙа 3 километр алыҫлыҡҡа уҙышыуҙа Омск ҡалаһы ҡыҙы Ольга Графтың өсөнсө булып килеүе күңелде йылытып ебәрҙе.
Ә инде биатлонсылар алышҡа сыҡҡас, күңелдә йәнә өмөт уянды. Улар араһындағы Ольга Вилухина, бөгөн Новосибирскиҙа йәшәһә лә, Башҡортостандың Межгорье ҡалаһында тыуып үҫкән, ҙур спортҡа аҙымдары ошо ерҙән башланған. Ҡасандыр “Йәншишмә” гәзите призына уҙғарылған республика саңғы ярыштарында ла тәүге урындарҙы яулай торғайны. Һәм бына 7,5 километрға ҡатын-ҡыҙҙар спринтында ул көмөш миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙҙың финиш һыҙығына килеп етеү менән: “Межгорье, мин һине яратам!” – тип ҡысҡырып ебәреүе уның тыуған яғына булған мөхәббәте, рәхмәт һүҙе булып яңғырағандай тойолдо.
Быйыл тәүге тапҡыр Олимпия уйындарына фигуралы шыуыу буйынса команда беренселеге ойошторолдо. Көтөп алған “алтын” – рәсәйҙәр ҡулында. Шуныһы ҡыуаныслы: Ҡышҡы Олимпия уйындарының иң йәш спортсыһы Юлия Липницкая үҙенә иғтибарҙы йәлеп итте. 15 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғәжәп оҫталығына, талантына таң ҡалмаған кеше булмағандыр. Үҫмер ирекле программала барлыҡ көндәштәренән күпкә юғары булыуын күрһәтте. Хатта Канада ҡыҙын теүәл 11 мәрәйгә уҙҙы. Юлия 1989 йылда Екатеринбург ҡалаһында тыуған. Спорт менән дүрт йәштән шөғөлләнә. Ҡул артың еңел булһын, Юлия!
Әлбиттә, беҙҙең фигуристарҙың башҡаларҙан көслөрәк булыуында шик юҡ. Алда тағы ҡатмарлыраҡ ярыштар көтә.
Санала уҙышыуҙа 42 йәшлек Альберт Демченко йәнә көмөш миҙал эләктерҙе. Спортсыларҙың һәр береһен Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхсән үҙе ҡотланы, уңыштар теләне.
Булдырабыҙ бит! Ярыштар әле башлана ғына. Беҙҙекеләр үҙен күрһәтер әле. Күҙ генә тейеп ҡуймаһын!