Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары туристик эшмәкәрлек тураһындағы республика ҡануниәтенең үтәлешенә баһа бирҙе. Туймазы районындағы “Ҡандракүл” тау саңғыһы комплексында Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитетының күсмә ултырышы булды.
Туризм берләшмәһе вәкилдәре заманса ял базалары ойошторған һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләренең үтәлешен күҙәткән инвесторҙар өсөн мөмкинлектәрҙе ҡануниәт менән нығытырға тәҡдим итте. Эшҡыуарҙарҙы ошо тармаҡты үҫтереүгә йәлеп итеү төбәк ҡаҙнаһы килемен арттырыуға, яңы эш урындары булдырыуға этәргес бирер ине.
Башҡортостандың Туризм агентлығы етәксеһе Артем Колесников әйтеүенсә, тармаҡты үҫтереүҙә хеҙмәт күрһәтеү сифатын һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙы тәьмин итеү ҙур әһәмиәткә эйә. Агентлыҡ етәксеһе шулай уҡ туризмдың үҫешен тотҡарлаған үҙенсәлектәрҙе — Рәсәйҙән ситтә беҙҙең хаҡта хәбәрҙар булмау, инфраструктураның насар үҫеүен билдәләне.
(Был турала гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).