Күңелдәрҙә байрам осҡоно ҡабынды08.02.2014
Иғтибар! Старт! Сочиҙа Ҡышҡы Олимпиада уты ҡабынған мәлдә Өфөнөң “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында ла XXXII “Рәсәй саңғы юлы-2014” ярышы ҡыҙыу барҙы.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Радий Хәбиров саңғысыларҙы тәбрикләп, уңыштар теләне.
Тәүҙә Өфө мәктәптәре ҡыҙҙары, уларҙан һуң үҫмерҙәр уҙышты. Студенттар, ирҙәр, гүзәл заттар, спорт ветерандары, предприятиелар, ойошмалар араһындағы ярыш та сәмле барҙы. Бер аҙҙан гер күтәреү, арҡан тартышыу, хоккей, “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” кеүек уйындар башланды. Спортсыларҙы дуҫ-иштәре, класташтары әйҙүкләп, сәмләндереп торғас, улар көндөң һалҡын булыуын да һиҙмәне. Бәйгелә өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Еңеүселәргә миҙалдар, дипломдар тапшырылды. Призлы урынға сыға алмағандарҙың да күңеле кителмәне был көндә. Йөрәктәрендә Олимпиада осҡоно ҡабынып, көр кәйефтә таралышты улар.


Вернуться назад