Билдәле һәм бай кешеләр элек тә Олимпиадаларҙа ҡатнашҡан. Күбеһенсә — йәйгеләрендә. Ә бына 2005 йылдан Европалағы Монако батшалығын етәкләгән кенәз Альбер II (Альбер Александр Луи Пьер Гримальди) етди ирҙәр спорты — бобслейҙы һайлай.
Альбер бала сағынан уҡ спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Футбол, йөҙөү, дзюдо секцияларына йөрөһә лә, һуңынан автоуҙыш менән бобслейҙы үҙ итә. 1980 йылдарҙан ҙур ярыштарҙа ҡатнаша. “Дакар” раллийында уҙыша, Төньяҡ ҡотопто яулай. Ә бобслей буйынса биш Олимпиадаға бара! Йәл, алдынғы урындарҙа йөрөмәй, шулай ҙа ҡатнашыуын дауам итә. 1985 йылдан ул Халыҡ-ара Олимпия комитеты ағзаһы булып тора. Хатта Сочиҙың был мәртәбәле ярыштарҙың хужаһы булып еңеп сығыуына ла тап кенәз Альбер булышлыҡ иткән, тиҙәр.
2002 йылғы Солт-Лейк-Ситиҙағы һуңғы Олимпиадаһына барғанда Альберға 43 йәш тулғайны инде. Күп тә үтмәй атаһы кенәз Ренье III вафат булды, принцҡа дәүләт кимәлендәге мөһим эштәр йөкмәтелде. Әммә ул спорттан ситләшмәне. Сочиға ла тәүгеләрҙән булып килеп етте. Әйткәндәй, Альберҙың ҡатыны ла билдәле спортсы – йөҙөүсе Шарлен Уиттсток.
Г. РӘМОВА. Һәр тренер, уңышлы сығыш яһар өсөн спортсыға 18–30 йәш булырға тейеш, тиер. Әммә иҫкәрмәләр бар. Олимпиада тарихында быға миҫалдар етерлек. Хәҙер Уйындарҙа 15 йәше тулған спортсылар ғына ҡатнаша ала. Ә элек сикләү булмаған. Мәҫәлән, 1984 йылда Көньяҡ Кореянан 13 йәшлек кенә Юн-Ми Ким шорт-трек буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Иң йәш Олимпия чемпионы, ғөмүмән, XX быуат башында уҡ теркәлә. Француз малайы Марсель Депайеға, Нидерланд ишкәкселәр командаһы өсөн сығыш яһап еңгәндә, ни бары ун ғына йәш була. Әлбиттә, ул ишмәй, ә рулде туралап тотоп ҡына бара.
Иң өлкән ҡатнашыусы тип швед Оскар Сван һанала. 1920 йылда 72 йәшендә ул атыу буйынса көмөш миҙал яулай. Шуныһы мәртәбәле: иң оло чемпион исеменә беҙҙең спортсы лайыҡ була. 1992 йылда Альбервиллдә саңғысы Раиса Сметанина тәүге урынға сыға. Бер нисә көндән иһә уға 40 йәш тула.
Олимпиадаларҙа иң оҙаҡ ҡатнашыусылар – Даниянан Иван Йозеф Мартин Осийер (фехтование), Норвегиянан Магнус Андреас Тулструп Клазен Коноу, Бөйөк Британиянан Дарвард Рэндолф Ноуз (елкәнле спорт). Уларҙың тәүге Уйындарынан һуңғыһынаса ҡырҡ йыл ваҡыт уҙа.