Хоҙай ҡушһа, чемпион да булырһың07.02.2014
Хоҙай ҡушһа, чемпион да булырһың
Олимпиадала ла ҡәҙимге кешеләр ярыша. Шуға күрә ҡыҙыҡ-мәҙәктәр ҙә, ғибрәтле хәлдәр ҙә булып тора. Ни эшләйһең, тормош бит...

1904 йыл. Сент-Луис. Спортсылар ҡолға менән бейеклеккә һикерә. Сергей Бубканы йә Елена Иҫәнбаеваны иҫегеҙгә төшөрһәгеҙ, бына шул спорт төрө була инде. Япониянан Савао Фуни ғүмерендә тәүге тапҡыр һикерә. Ниңәлер ул бейектә арҡыры ятҡан таяҡты ҡайһылай булһа ла аша төшөргә кәрәк тип аңлай. Ныҡлы ғына ҡолға һайлап алып, уны бейеклек алдында ергә ҡаҙай ҙа шуның буйлап үрмәләп менеп, планка аша төшә. Әммә оҙаҡ ҡыуанырға тура килмәй уға – судьялар һикерер алдынан йүгереп килергә кәрәклеген әйтә. Япон ҡолға тотоп алыҫтан йүгереп килә лә, йәнә уны ергә ҡаҙап, үрмәләп менеп китә...
Ярыштарҙан ситләтелгән спортсы бик оҙаҡ үпкәләй: йәнәһе, уны азиат булғаны өсөн ҡыйырһыталар.
1908 йыл. Лондон. 400 метрға йүгереүҙә өс американ шотланд Холсуэллға ҡамасаулай башлай. Быны күреп, судьялар уҙышты туҡтата ла ике көндән яңынан йүгерергә ҡуша. Үпкәсел американдар баш тарта, шуға ла яңғыҙы ғына стартҡа сыҡҡан шотланд еңеүсе була. 1936 йыл. Берлин. Ат өсалышында ҡатнашҡан спортсы 18 000 штраф мәрәйе ала. Баҡтиһәң, ул... өс сәғәт буйы үҙенә тәғәйен атты тота алмаған икән...
1972 йыл. Саппоро. Олимпиаданың репетицияһында бер тамашасы флагтың ҡулсалары төҫө дөрөҫ урынлашмағанын күрә. Был хаҡта әйткәс, тикшереү башлана. Баҡһаң, ул 1952 йылдан шулай хаталы эленеп килгән икән! Әммә быға берәү ҙә иғтибар итмәгән булған.
1998 йыл. Нагано. 10 саҡрымлыҡ уҙышта еңеүсе бөйөк норвег саңғысыһы Бьорн Дэли иң һуңғы ҡатнашыусының финиш һыҙығын үткәнен көтөргә була. Африканан Кения спортсыһы Филип Бойттың ҡулын ҡыҫыр өсөн ул ярты сәғәт һыуыҡта баҫып тора.
2000 йыл. Сидней. Гвинея спортсыһы Эрик Мусамбани 100 метрға һайлап алыу йөҙөшөндә еңә, сөнки ике дәғүәсеһен дисквалификациялайҙар. Әммә бик оҙаҡ йөҙөүе арҡаһында уны артабанғы ярыштан ситләтәләр. Оҙаҡ булмай ни, Эрик бары туғыҙ ай элек кенә йөҙөргә өйрәнгән була бит.
2002 йыл. Солт-Лейк-Сити. Артыҡ көс һалмай ғына Олимпиадала алтын миҙал яулап буламы? Ю-ю-юҡ, тиерһегеҙ. Була шул! Австралиянан Стивен Бредбери шорт-тректа 1000 метрға ярыша. Сирекфиналда ул өсөнсө урынды ала, ә артабан ике генә спортсы үтергә тейеш. О, бәхет! Уҙыштан һуң Канада егетен дисквалификациялағас, Стивен ярымфиналға сыға. Унда Бредбери һуңғы урында бара, әммә алдындағы өс спортсы йығыла ла ул, икенсе урынды алып, финалға уҙа. Финалдағы биш кеше араһында Стивен йәнә иң яйы була. Ләкин һуңғы боролошта Америка, Корея, Ҡытай, Канада вәкилдәре бер-береһе менән төкөлөшөп ҡолай. Улар торғансы, Бредбери тыныс ҡына финиш һыҙығын үтеп, еңеүсе була. Шулай, Хоҙай ҡушһа, чемпион исемен дә яуларға мөмкин...


Вернуться назад