“Беҙ Антон менән дүрт йыл самаһы шөғөлләнәбеҙ. Йыйындар араһындағы тәнәфестәрҙә мин уны ныҡ “егергә” тырышмайым. Тәүҙә, әлбиттә, егеткә көн һайын шылтыратырға, күнекмәләргә “һөйрәп” сығарырға тура килә торғайны. Ә ул хәҙер шул тиклем ныҡ үҙгәрҙе. Ярыштарҙа үҙен күрһәтә ала. Мин уның Сочиға барасағына тулыһынса ышандым”, – ти спортсы хаҡында тренеры Наталья Кузина.
Олимпиадала ҡатнашыусы Антон Копривица 1991 йылда Өфөлә тыуған. Сноуборд менән ҡыҙыҡһыныуы 11 йәштә башлана. Көндәрҙең береһендә ул атаһы менән ҡалалағы Еңеү паркына бара. Шунда ул секцияға яҙыла.
Күптәр сноуборд менән ҡыш көнө генә шөғөлләнәләр тип уйлай. Был дөрөҫ түгел. Сноубордсылар йәйен вейкбордта күнегә. Йыл әйләнәһенә бөтә көсөңдө һалғанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.
Антон Рәсәй чемпионатында – икенсе, Рәсәй кубогы финалында – беренсе, Европа кубогы этабында өсөнсө урынды яулаған. Былтыр спорт мастеры дәрәжәһен алды, Башҡортостан физик культура институтында уҡый.