Бынан 58 йыл элек совет спортсылары тәүге тапҡыр VII Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша. Ул ваҡытта, 1956 йылда, Италияның Кортина д’Ампеццо ҡалаһына барған СССР йыйылма командаһы составында Башҡортостандан берәү ҙә булмай.
Ҡышҡы Олимпиадаларға республика бөтәһе 26 спортсы үҫтереп бирә. Уларҙың күбеһе Өфөнән – 20, Салауаттан – конькиҙа уҙышыусылар Елена Ильина менән Андрей Кривошеев, Белореттан – тау саңғысылары Ольга Логинова (Украина өсөн сығыш яһай) менән Михаил Кедрин, Дыуан һәм Йылайыр райондарынан берәр саңғысы – Геннадий Ваганов менән Баязит Ғиззәтуллин.
Уйындарҙа ҡатнашыу һаны буйынса хоккейсы Игорь Кравчук рекорд ҡуя. Ул дүрт Олимпиаданан да миҙал менән ҡайта. Бобслейҙа Олег Петров менән Алексей Селиверстов, фристайлда Елена Королева, тау саңғыһында Светлана Гладышева, конькиҙа уҙышыуҙа Татьяна Трапезникова – өсәр, саңғыла уҙышыуҙа Геннадий Ваганов, тау саңғыһында Константин Чистяков, фристайлда Александр Михайлов, биатлонда Галина Куклева, Максим Чудов, трамплиндан саңғыла һикереүҙә Дмитрий Васильев, Илдар Фәтҡуллин, саңғы икеалышында Сергей Масленников, алдағы ярыштарҙы ла һанаһаң, ике Олимпиадала оҫталыҡтарын һынай.
Башҡортостан спортсылары барлығы 12 миҙал яулай: өсәр алтын һәм көмөш, алты бронза. Ҙур уңышҡа өлгәшкән республика вәкилдәренең башҡа төбәктәргә күсеп китеүен дә билдәләмәй булмай. Мәҫәлән, Кравчук Олимпиадаларҙа ҡатнашҡанда инде Мәскәүҙә һәм Төньяҡ Америкала йәшәгән була, Ваганов, Любовицкий – Мәскәүҙә, Чистяков – Мәскәү өлкәһендә, Кедрин – Санкт-Петербургта, Куклева – Төмәндә. Биатлон лидерҙарының береһе Ольга Вилухина быйыл Новосибирск өсөн сығыш яһаһа ла, беҙҙең Межгорье ҡалаһы ҡыҙы ул.