“Ағиҙел”дән алты ҡыҙ07.02.2014
Һылыуҡайҙарыбыҙ уйнаған “Ағиҙел” хоккей командаһының ғүмер юлы оҙон тип булмай – 2010 йылда ойошторолған. Ошо арауыҡта улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды. Тиҙҙән тәүге һөҙөмтәне күрҙек – ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһындағы Рәсәй чемпионатына юлландылар. 2011 – 2012, 2012 – 2013 йылдарҙағы уйын миҙгелдәрендә “Ағиҙел” бронза миҙалға лайыҡ булды.
Бына шулай шәп хоккейсы ҡыҙҙарыбыҙ. Тимәк, Олимпия уйындарының Рәсәй йыйылма командаһына беҙҙән бер юлы алты һылыуҡай алыныуы осраҡлы түгел. Улар – һаҡсылар Алена Хомич, Ангелина Гончаренко, Инна Дюбанок, Анна Шибанова һәм һөжүм итеүселәр Екатерина Пашкевич менән Елена Дергачева.
Рәсәй командаһы “Б” төркөмөнә эләкте, улар Германия, Япония, Швеция менән уйнаясаҡ. Әлбиттә, алыш бик ҡыҙыу булмаҡсы, сөнки АҠШ, Канада, Финляндия уйынсылары ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Әйткәндәй, былтыр Рәсәй йыйылма командаһы донъя беренселегендә өсөнсө урынды алғайны. Тимәк, миҙалға өмөт бар.