Скрипкасы – тау үрендә?!07.02.2014
Скрипкасы – тау үрендә?!
Белеүебеҙсә, сәнғәт кешеләре, бигерәк тә музыка ҡоралдарында уйнаусылар ҡулдарын, бармаҡтарын бик һаҡлай. Был аңлашыла ла. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙең быға иҫе китмәүе генә түгел, хәүефле спорт төрө менән дә шөғөлләнеүе шаҡ ҡатыра.

Бөтә донъяға билдәле скрипкасы Ванесса Мэйҙың Сочиҙа Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғын алыуы аяҙ көндә йәшен атҡан кеүек тәьҫир итте. Бәй, сибек кенә кәүҙәле, нәфис бармаҡтары менән скрипкала уйнап, йылы залда тамашасыларҙы моңонда тирбәлткән ҡыҙ тау саңғыһы спортын үҙ итһен әле! Ғәжәп бит, ә!
35 йәшлек Мэйҙың атаһы сығышы менән Таиландтан, шуға күрә Ванесса ошо ил данын яҡлай. Ярыштарҙа ул атаһының фамилияһы менән Ванакорн булып сығыш яһай. Тай спортсылары Топ-500 рейтингына ингән иң көслө спортсылар рәтендә түгел, әммә, ҡағиҙәләр буйынса, һәр дәүләт биш халыҡ-ара ярышта билдәле бер мәрәйҙәр һанын йыйған бер ҡатын-ҡыҙ, бер ир-егет саңғысыны Уйындарға ебәрә ала. Ә Ванесса ғинуар аҙағында Словениялағы уҙышта мәртәбәле етенсе урынды яулай. Ул Швейцарияла, шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы менән берлектә Австралияла күнекмә уҙғарған.
Баҡтиһәң, ҡыҙ дүрт йәшенән тау саңғыһы спорты менән шөғөлләнә икән. Музыканан ҡала, был – уның иң ҙур ҡыҙыҡһыныуы. Әйткәндәй, Мэй-Ванакорн призлы урын алырға өмөт итмәй, уға Олимпиадала ҡатнашыу мөһим.
– Йәрәхәт алыу хәүефе бар, әлбиттә. Ләкин ғүмер шул тиклем ҡыҫҡа, теләгән нәмәңде эшләп өлгөрөргә кәрәк. Мин хатта тәүге йөҙ иң шәп саңғысы иҫәбенә лә инә алмаҫмын. Шулай ҙа хыялым тормошҡа ашты – Олимпиадаға эләктем. Унан һуң шунда уҡ яңы музыкаль альбомымды яҙа башлаясаҡмын. Спорт – һәйбәт нәмә, әммә музыка – донъялағы иң яҡшы эш, – ти скрипкасы.
Был ҡыйыу ҡыҙҙы тау үрендә күргегеҙ килһә, слалом һәм гигант слалом буйынса телетрансляцияларҙы ҡарамай ҡалмағыҙ!


Вернуться назад