Изгелек юғалмай07.02.2014
Изгелек юғалмай
Олимпиада күптән инде сәйәси һәм финанс аренаһына әүерелһә лә, йыш ҡына унда дан, аҡса артынан ҡыуыу алғы планға ҡуйылһа ла, бөтөнләй үк кешелек сифаттарын юғалтмағандар ҙа табыла. Ғәҙеллек, ярҙамсыллыҡ, изгелек кеүек ғәмәлдәрҙең һәр дәүерҙә лә үҙ урыны бар шул.

Спортта ваҡыт-ваҡыт “фэйр-плей” тигән төшөнсә ишетелеп ҡала. Ғәҙел уйын, хатта ҡағиҙәләргә тап килеп бөтмәгән һәм һинең файҙаңа булмаған ҡылыҡ ул. Шуныһына иманым камил: уны яһалма, уйлап сығарыла торған нәмә тип уйламайым. Изгелек йә бар, йә юҡ ул. Тормошта ла яҡшылыҡ ҡылған кеше уны күңел талабы өсөн ҡыла, ә махсус рәүештә түгел.
Мәҫәлән, бер йыл элек кенә, 2012 йылдың декабрендә булған хәл һаман хәтерҙә. Испанияла халыҡ-ара ярыштар бара. Лондондағы Олимпиадала бронза миҙал яулаған Кения вәкиле Абель Мутаи финишҡа беренсе булып йүгереп барып еттем тигәндә туҡтап ҡалды. Күрәһең, ун метр алдараҡ булған финиш һыҙығын бутаған. Көйәрмәндәр уға был турала ҡысҡыра башлағас, уларҙы аңламай, Мутаи ихлас ҡул болғап тәбрикләп маташты.
Артынан йүгереп килгән 24 йәшлек испан Иван Фернандес Аная быны күреп туҡтаны ла, уның арҡаһынан төртә-төртә, финишҡаса килтереп еткерҙе. Шул рәүешле Африка спортсыһын пьедесталдың өҫкө баҫҡысына мендереп тигәндәй баҫтырҙы инде. Ә янынан уҙып китеп, үҙе лә алтын миҙалды эләктерә ала ине, әммә ғәҙел спортсы улай итмәне.
Олимпиадаларҙа ла шундай хәлдәр осраштыра. 1964 йылда Инсбрукта Бөйөк Британияның бобслей экипажының бобында бер болт ысҡынып төшөп китә. Быны күреп, әлегәсә беренсе урында барған итальян Евгенио Монти үҙенең санаһының детален ысҡындырып бирә. Һөҙөмтәлә инглиздәр чемпион була, ә Монти өсөнсө урында ҡала.
Монтиға “фэйр-плей” принциптарына тоғролоғо өсөн Пьер де Кубертен миҙалы бирелә. Әйткәндәй, был Олимпиада ҡатнашыусыларына тапшырылған беренсе награда була.
Яңыраҡ ҡына уҙған Ҡышҡы уйындарҙың береһен телевизорҙан ҡарағанда тағы шундай бер изгелектең шаһиты булырға тура килгәйне. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы спорты буйынса эстафета ярышы бара. Тауға менгәндә Канада ҡыҙының таяғы һынды. Ул артта ҡала башланы. Күрәһең, ярҙам итергә яҡын-тирәлә иленең вәкилдәре юҡ. Шул саҡта, ике лә уйлап тормаҫтан, Норвегияның бер тренеры уға ҡулындағы таяғын һуҙҙы. Һөҙөмтәлә эстафетала Канада саңғысылары – икенсе, ә Норвегияныҡылар... дүртенсе урынды алды. Ваҡытында ярҙам күрһәтелмәһә, норвегтар өсөнсө урынға сығып, бронза миҙал да яулай ине...
Сочиҙағы Олимпиадала ла мәңгелек төшөнсәләр өҫтөнлөк итер, тигән өмөттәмен. Дәүерҙәр алмашынһа ла, изгелек юғалмай бит ул.


Вернуться назад