Бик боронғо тамаша07.02.2014
Олимпиада Грецияла 3 000 йылдан ашыу ваҡыт элек барлыҡҡа килгән. Шуның 1 500 йылында, мәжүсилек ҡалдығы булараҡ, ул тыйылған булған.

Бер легенда буйынса, Олимпия уйындары Грецияның элекке данын тергеҙер өсөн уйлап табылған. Икенсе риүәйәттән күренеүенсә, халыҡты бөтмәҫ-төкәнмәҫ һуғыштарҙан ял иттерер өсөн. Ни булһа ла, беҙҙең эраға тиклемге 776 йылда уҡ тәүге ярыштар ойошторола. Ҡолдар һәм сит-яттар стадионға индерелмәгән. Әммә тиҙҙән Олимпиадаға Урта диңгеҙҙән Ҡара диңгеҙгәсә сәселгән ҡалаларҙан атлеттар килә башлаған. Рим империяһы сәскә атҡан ваҡытта хатта императорҙар ҙа ҡатнашҡан. Мәҫәлән, Нерон ун ат егелгән арбала уҙышыуҙа еңеп сыҡҡан. Тора-бара ситтәр өсөн ярыштарға юл асылһа ла, ҡатын-ҡыҙҙың стадионға инергә барыбер хоҡуғы булмаған.
Шул уҡ осорҙа этик ҡағиҙәләр уйлап табылған. Ғәҙеллек иң мөһиме һаналған. Уйындарҙы асҡанда ҡатнашыусылар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә ант биргән. (Әйткәндәй, был йола әле лә һаҡланған.) Әгәр спортсының мутлашып еңеүе беленһә, уны титулынан мәхрүм иткәндәр. Ә енәйәт ҡылыусыларҙы стадионға бөтөнләй яҡын ебәрмәгәндәр.
Шулай 11 быуат үткән. Ләкин 394 йылда император Феодосий I Олимпия уйындарын тыйған. Тик 15 быуаттан ғына, 1896 йылда, француз бароны Пьер де Кубертендың тырышлығы менән хәҙерге тәүге ярыштар ойошторолған. Шунан алып бөгөнгәсә улар донъяның 21 илендә уҙған.
XIX быуат аҙағында уҡ программаға конькиҙа йөрөүҙе индерергә йыйынһалар ҙа, ул өс Олимпиаданан һуң, 1908 йылда ғына тормошҡа аша. Рәсәйҙән Николай Панин-Коломенкин чемпиондарҙың береһе була. Ә айырым Ҡышҡы Олимпиада тәүгә 1924 йылда Францияла уҙа. Совет спортсылары иһә ярыштарҙа тәү тапҡыр 1956 йылда ғына ҡатнаша һәм 16 миҙал (7+3+6) яулап, беренселеккә сығалар. Шул иҫәптән хоккей буйынса ла.
Был Олимпиада шуныһы менән дә иҫтәлекле була: спортсылар тәүгә ант бирә, ә ярыштар телевизорҙан күрһәтелә.


Вернуться назад