2007 йылдың 4 июленән 5-енә ҡараған төн бөгөнгөләй хәтеремдә. Телевизор алдынан китмәнем. Түҙемһеҙләнеп Гватемала илендә барған Халыҡ-ара Олимпия комитетының 119-сы сессияһы йомғаҡтарын көттөм. Ниһайәт, 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпиаданың ҡайҙа уҙасағы билдәле буласаҡ.
Баштағы ете дәғүәсенең өсәүһе финиш һыҙығына сыҡты: Австриянан Зальцбург, Корея Республикаһынан – Пхенчхан, Рәсәйҙән – Сочи. Беренсе раундтағы тауыш биреү һөҙөмтәһендә Зальцбург төшөп ҡалды. Ҡайһы ҡала еңеүсе булыр? Пхенчханмы, әллә йәшел субтропиктағы Сочимы?!
Йоҡоно ҡыуам. Ысын көйәрмән өсөн мөһимерәк нимә булырға мөмкин һуң был ваҡытта? Көтөүе ҡыҙығыраҡ, сәмлерәк булһын өсөн телефондан бер көйәрмән дуҫым менән бәхәс тә ҡороп ебәрәбеҙ. Йәнәһе, ҡайһы ҡала еңер? Мин тиҙ генә Пхенчхан тим, сөнки эстән генә Сочиҙың еңеүен теләһәм дә, отола ҡалһам, үкенесле булмаясағын аңлайым. Беҙҙең илдең уңышы барыбер уртаҡ ҡыуаныс буласаҡ бит. Иптәшем, их, мин дә шуны әйтергә теләгәйнем, ярай, Сочи үҙемә ҡала инде, ти. Күрәһең, уның да әлегә һауала осоп йөрөгән “бәхет ҡошо”н өркөткөһө килмәй. Нимәгә бәхәсләшергә икән? Әһә, ул миндәге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты тураһындағы китапҡа ҡыҙыҡҡайны (беҙ икебеҙ ҙә төрлө ваҡытта ошо уҡыу йортон тамамлағанбыҙ). Шуны тәҡдим итәм. Ул да минең күңелде уйлаған: бер мәл өҫтөндә хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының свитерын күреп күҙем ҡыҙғайны. Еңелһә, шуны бүләк итәсәк.
Таңға ҡарай ҡалалар менән таныштырыу тамамлана. Тауыш биреү башлана. Пхенчхан – 47, Сочи 51 тауыш йыя! Ур-ра-а-а!!! Шунда уҡ дуҫым шылтыратып көлә: “Теге китапты әҙерләп ҡуй!” Отолһам да, кәйефем төшмәй, был мәлде икебеҙ ҙә көттөк бит! Бер-беребеҙҙе ихлас ҡотлашабыҙ. Иң ҡыҙығы шунда: китабымды биргәндә иптәшем яуап итеп миңә баяғы свитерын бүләк итте. Тимәк, Сочи Олимпиаданы уҙғарыу хоҡуғын яулап, барыбер бер кемебеҙ ҙә отолманы. Был бер миңә генә түгел, илебеҙҙең бар спортсыларына, халҡына ла ҡағылһын тигән ышаныс-өмөт менән күҙәтәсәкмен мәртәбәле ярышты.
Хәйерле сәғәттә!
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың илдең йыйылма командаһы ағзаларына мөрәжәғәтенән: “Иң мөһиме — сәмле, ғәҙел көрәш, әлбиттә. Һеҙҙең тап ошондай сифаттарға эйә булыуығыҙҙы беләм. Үҙегеҙҙең спорт карьераһында иң яҡшы һөҙөмтәләргә мотлаҡ өлгәшерһегеҙ. Ошо ҡатмарлы, ауыр, яуаплы эштән кинәнес табыуығыҙҙы теләр инем. Бәхетле булығыҙ!”