Чемпиондар тәрбиәләйбеҙ04.02.2014
Еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия, 18 тапҡыр донъя һәм 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Өфөнөң 44-се мәктәбендә “Олимпия дәресе” үткәрҙе.

Бындай сараны ул тәүгә ойоштормай. Легендар спортсы уҡыусыларға Олимпиада тарихы, үҙенең спорт ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне. Иң әүҙем балалар Рима Баталоваға автограф һорап мөрәжәғәт итте. Үҙенсәлекле дәрескә VI, VIII кластар йыйылғайны. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе ошо уҡыу йортондағы төрлө спорт секцияларында шөғөлләнә.
Дәрес аҙағында уҡыусылар спортсы менән иҫтәлеккә фотоға төштө, уның Паралимпия уйындарында яулаған алтын миҙалдарын ҡараны. Рима Баталова “Милләт йәштәре” төбәк йәмәғәт фондынан бүләктәр, шулай уҡ мәктәп китапханаһына Олимпия һәм Паралимпия хәрәкәте тураһында китаптар тапшырҙы.
— Балаларҙы мауыҡтырырға, уларҙа спортҡа, сәләмәт тормошҡа һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Спорт менән әүҙем шөғөлләнеү талантлы йәштәргә юғары һөҙөмтәгә, уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеген бирә. Киләсәктә ошондай балалар араһынан Европа, донъя һәм, әлбиттә, Олимпиада чемпиондары сығасағына иманым камил, — тине Рима Баталова.


Вернуться назад