Данлыҡлы биатлонсы Максим Чудов “Слобода” Олимпия ауылының мэры итеп һайланды.
Был өҫтәмә ауыл саңғысылар һәм биатлонсылар күнекмә үткән комплекс эргәһендә урынлашҡан. Чудовтың башлыҡ итеп һайланыуы тап ошоға бәйлелер, күрәһең.
Әйткәндәй, биатлонсы яҡташыбыҙ былтыр декабрҙә спорт карьераһын тамамлауы тураһында белдергәйне. Сочиға барып, ниндәй вазифаны биләйәсәге урынға барғас ҡына асыҡланған.