Паралимпия утын ҡаршы алабыҙ01.02.2014
“Сочи-2014” Паралимпия уты эстафетаһы республикабыҙҙың баш ҡалаһында 3 мартта үтә. Уның оҙонлоғо — 4 километр 290 метр.


Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап утты танылған спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар алып барасаҡ. Уларҙың маршруты һәм ҡатнашыусылар һаны һуңыраҡ асыҡланасаҡ.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта әйтеүенсә, ут эстафетаһы — спорт өлкәһендәге төбәгебеҙ өсөн быйылғы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе.
— Башҡортостан Паралимпия спортсыларының ҡаҙаныштары менән һәр саҡ дан тотто. Ошо эстафета һөҙөмтәһендә ҡалабыҙ бер көнгә бөтә донъяның иғтибар үҙәгенә әүереләсәк. Сараны иҫтә ҡалырлыҡ итеп, тейешле кимәлдә үткәрербеҙ тип ышанам, — тине Андрей Иванюта.
Әйткәндәй, Паралимпия уты эстафетаһы 26 февралдән 7 мартҡа тиклем 46 ҡалала, Рәсәйҙәге һигеҙ федераль округтың һәр береһендә үтә. Ул 3 мартта Волга буйы федераль округының Өфө, Түбәнге Новгород, Һамар һәм Һарытау ҡалаларында уҙғарыла. Паралимпия утын 1 500-ҙән ашыу кеше алып барасаҡ, уларға 4 мең ирекмән ярҙам итә.
Марафон ҙур байрам менән тамамлана. 5 мартта Сочиҙа бөтә федераль округтарҙан Паралимпия утын “берләштереү” тантанаһы уҙғарыла. 6 мартта ут Ҡышҡы Паралимпия уйындарының баш ҡалаһы буйлап үтә. Сара 7 мартта “Фишт” стадионында Паралимпия уйындарын асыу тантанаһы менән тамамлана.


Вернуться назад